Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҘНАҒОЛОВ Рафаил Ғәйнетдин улы

Просмотров: 1246

АҘНАҒОЛОВ Рафаил Ғәйнетдин улы (13.2.1941, Чкалов өлкәһе Үрге Үтәғол а. — 23.1.2015, Өфө ҡ.), тел белгесе, педагог-методист. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1968). 1972 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй, 1978 й. башлап Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалының өлкән һәм төп ғилми хеҙмәткәре, 2004—15 йй.  БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре диалектология, лексикография һәм башҡ. телен уҡытыу методикаһына арналған. Башҡорт теленең орфография (1998), башҡортса-урыҫса мәктәп (2003) һүҙлектәрен төҙөүсе.

   Хеҙм.: Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Өфө, 1991; Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең лингво-дидактик нигеҙҙәре. Өфө, 2001; Йәйғор төҫтәре (ижади портреттар). Өфө, 2011.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.08.2022