ӘМИРОВ Ғаян Суфиян улы
ӘМИРОВ Ғаян Суфиян улы [23.2.1916, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Бабай а. (БР‑ҙың Мишкә районы) — 1.2.1993, Ташкент ҡ.], тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1968), профессор (1981). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлағандан һуң (1951) шунда уҡ, 1957 й. алып СССР ФА‑ның Татарстан тел, әҙәбиәт һәм тарих ҒТИ‑нда эшләй. 1962 й. башлап Омск педагогия институтының проректоры, бер үк ваҡытта хәҙерге урыҫ теле кафедраһы мөдире, 1970 й. алып Ҡаҙаҡ педагогия институтының хәҙерге урыҫ теле кафедраһы мөдире, 1976 й. — Ҡаҙаҡ университеты (икеһе лә — Алма‑Ата ҡ.) профессоры, 1982—88 йй. Ташкент университетының урыҫ теле кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге Ғ.Туҡай әҫәрҙәренең тел үҙенсәлектәрен тикшереүгә, урыҫ теле һәм татар теленең сағыштырма грамматикаһына арналған. Урыҫ‑татар (1959), урыҫ‑башҡорт (1964), татар‑урыҫ (1966) һүҙлектәрен төҙөүҙә ҡатнашҡан. “Уттар‑һыуҙар кисеп” (1961, татар телендә) һәм “Буйһондоролмаған ер” (“Непокорённая земля”; 1975) автобиографик повестары авторы. Ҡыҙыл Байраҡ (1942), 3‑сө дәрәжә Богдан Хмельницкий (1944), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнгән.
Хеҙм.: Из сопоставительного синтаксиса русского и татарского языков. Казань, 1961; Г.Тукай и русский язык. Казань, 1967; Язык Тукая: лексика и фразеология. Казань, 1969.
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов