ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫ
ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫ, БР‑ҙың дәүләт бюджет ғилми учреждениеһы. Өфө ҡ. урынлашҡан. 1991 й. БССР ФА булараҡ ойошторола, 1992 й. алып хәҙерге исемен йөрөтә. БР ФА дәүләт заказына ярашлы фәнни тикшеренеүҙәрҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен координациялай, республиканың ижтимағи‑сәйәси, социаль‑иҡтисади һәм мәҙәни‑рухи үҫешенә фәнни һәм фәнни‑техник яҡтан булышлыҡ итә. 6 бүлеге бар: агро‑ һәм биотехнологиялар, физика һәм машиналар тураһындағы фәндәр, медицина фәндәре һәм һаулыҡ һаҡлау, Ер тураһындағы фәндәр һәм нефть‑газ технологиялары, социаль‑гуманитар фәндәр һәм технологиялар, химик технологиялар һәм яңы материалдар. БР ФА ҡарамағында Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институты, Күҙ ауырыуҙары институты, Стратегик тикшеренеүҙәр институты, “Башҡорт энциклопедияһы” фән учреждениеһы. БР ФА‑ға 27 тулы хоҡуҡлы ағза, 43 мөхбир ағзаһы, 29 почётлы һәм 7 сит ил ағзаһы инә (2022; ҡара: таблица). Академия “Вестник Академии наук Республики Башкортостан”, “Проблемы востоковедения” журналдарын нәшер итә. Фәндең төрлө өлкәләрендә 18 исемле премия булдыра: Н.А.Айытов, Д.Ф.Варфоломеев, Г.В.Вахрушев, С.А.Гаврилов, В.К.Ғирфанов, Зәки Вәлиди (ҡара: Ә.Ә.Вәлидов), К.П.Краузе, Р.Ғ.Кузеев, Ғ.Х.Ҡоҙаяров, С.А.Ҡунаҡбаев, А.Ф.Леонтьев, Р.Р.Мәүлитов, М.И.Өмөтбаев, С.Р.Рафиҡов, Ғ.Н.Тереғолов, Ҡ.Р.Тимерғәзин, М.И.Тоҡомбәтов, А.А.Трофимук исемендәге премиялар. БР ФА Президенттары: О.Ә.Ҡайбышев (1991 й. алып), Р.И.Ниғмәтуллин (1995 й. алып), М.Ә.Илһамов (2004 й. алып), А.М.Шаммазов (2006 й. алып), Р.Н.Бәхтизин (2011 й. алып), Ә.С.Ғаязов (2015 й. алып), К.Н.Рамаҙанов (2021 й. алып президент вазифаһын башҡарыусы, 2022 й. — президент).
Р.И.Әбләев
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Илл.: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының бинаһы
БР ФА‑ның тулы хоҡуҡлы ағзалары
Фамилияһы, исеме, атаһының исеме |
Һөнәре |
Һайланыу датаһы |
Абдрахманов И.Б. |
химия һәм биология фәндәре |
2002 |
Аҙнабаев М.Т. |
теоретик һәм клиник медицина |
1995 |
Бәкеров Ә.Б. |
медицина фәндәре |
2006 |
Бәхтизин Р.Н. |
нефть сығарыу процестарын моделләштереү |
2016 |
Вәлиуллин Р.А. |
геология, геофизика |
2018 |
Вәхитов В.А. |
молекуляр биология һәм биотехнология |
1991 |
Ганцев Ш.Х. |
медицина фәндәре |
2018 |
Ғаязов Ә.С. |
фән һәм мәғарифтың төбәк системаларына идара итеү |
2016 |
Ғүмәров Ә.Ғ. |
механика |
1991 |
Джемилев У.М. |
нефтехимия һәм катализ |
1991 |
Жернаков В.С. |
техник фәндәр |
2018 |
Илһамов М.Ә. |
физика‑математика фәндәре |
1998 |
Иҫәнбаев М.Н. |
социаль һәм гуманитар фәндәр |
2002 |
Казанцева Т.Т. |
теоретик геология |
1991 |
Ҡунаҡова Р.В. |
химия |
2012 |
Мағазов Р.Ш. |
микробиология |
1991 |
Мифтахов М.С. |
химия |
2018 |
Мостафин Ә.Ғ. |
химия |
2009 |
Ниғмәтуллин Р.И. |
механика |
1997 |
Плечев В.В. |
медицина фәндәре |
2018 |
Сафин Х.М. |
үҫемлекселек |
2016 |
Тимербулатов В.М. |
медицина фәндәре |
2009 |
Фәйзуллин Ф.С. |
философия һәм социология |
1991 |
Хөснөтдинова Э.К. |
биология фәндәре |
2012 |
Һөйөндөков Й.Т. |
экология |
2016 |
Шаммазов А.М. |
нефть технологиялары |
2009 |
Шаһапов В.Ш. |
физика |
2012 |
БР ФА‑ның мөхбир ағзалары
Фамилияһы, исеме, атаһының исеме |
Һөнәре |
Һайланыу датаһы |
Аҡманов А.И. |
тарих |
2009 |
Андреев В.Е. |
нефть технологиялары |
2009 |
Ахунов Р.Р. |
иҡтисад |
2018 |
Бикбов М.М. |
медицина фәндәре |
2018 |
Бәширов Р.М. |
ауыл хужалығы машиналары һәм аппараттары |
1995 |
Вәлиев Р.З. |
ҡаты есем физикаһы |
1991 |
Вәлитов Р.Б. |
нефтехимия һәм катализ |
1991 |
Ғималетдинов И.Ҡ. |
техник фәндәр |
2018 |
Дегтярёв А.Н. |
иҡтисад |
2012 |
Докичев В.А. |
нефть промыслалары химияһы |
2016 |
Злотский С.С. |
химия |
2009 |
Зорин В.В. |
химия |
1995 |
Ильясов Б.Ғ. |
техник фәндәр |
2006 |
Исмәғилев Р.Р. |
аграр фәндәр |
1998 |
Йәнекәев З.И. |
дәүләт һәм хоҡуҡ |
2012 |
Камилов Ф.Х. |
теоретик медицина |
1991 |
Карамова Л.М. |
гигиена, фармация |
1991 |
Кейекбаев М.Ж. |
социология |
2006 |
Күсемов С.Т. |
машиналар эшләү һәм идара итеү процестары |
1998 |
Ҡунафин Ғ.С. |
филология (башҡорт әҙәбиәте) |
2012 |
Ляпина Н.К. |
химия |
1995 |
Майстренко В.Н. |
экология |
2006 |
Мөҙәрисов С.Ғ. |
үҫемлекселек |
2018 |
Мөхәмәтйәров А.М. |
иҡтисад |
1995 |
Мухин В.С. |
техник фәндәр |
2002 |
Мәсәғүтов Р.Х. |
геология |
2012 |
Новокшенов В.Ю. |
математика |
2002 |
Нуғаев Р.Й. |
экология |
1991 |
Одиноков В.Н. |
органик химия |
1991 |
Раянов Ф.М. |
хоҡуҡ |
1995 |
Сабитов К.Б. |
математика |
2006 |
Теләшев Э.Ғ. |
нефть технологиялары |
2009 |
Тимербулатов М.В. |
медицина фәндәре |
2018 |
Үтәшев Ф.З. |
техник фәндәр |
2012 |
Харрасов М.Х. |
физика |
2002 |
Хисамитдинова Ф.Ғ. |
филология (башҡорт филологияһы: тел, әҙәбиәт) |
2016 |
Хәзиев Ф.Х. |
тупраҡ ғилеме |
1991 |
Хәсәнова З.М. |
ауыл хужалығы биологияһы һәм ветеринар медицина |
1995 |
Әйүпов М.Ә. |
политология |
2009 |
Әхмәтов А.Ф. |
нефть технологиялары |
1998 |
Әхәтов И.Ш. |
механика |
2002 |
Әхәтова И.Ә. |
ауыл хужалығы фәндәре |
2012 |
Юлмөхәмәтов Р.С. |
математика |
1991 |
БР ФА‑ның почётлы ағзалары
Фамилияһы, исеме, атаһының исеме |
Һөнәре |
Һайланыу датаһы |
Аҡсурин Р.С. |
хирургия |
1998 |
Белецкая И.П. |
органик химия |
1991 |
Берлин А.А. |
юғары молекуляр берләшмәләр |
2002 |
Гинтер Е.К. |
медицина генетикаһы |
2016 |
Ғәниев Р.Ф. |
механика, машиналар эшләү |
1991 |
Егоров М.П. |
химия фәндәре |
|
Зеленев Е.И. |
Яҡын һәм Урта Көнсығыш илдәренең тарихы, ислам ғилеме, культурология |
2010 |
Карпухин И.Е. |
фольклористика |
2018 |
Колодезников И.И. |
геология |
2018 |
Котельников Г.П. |
травматология һәм ортопедия |
2016 |
Кулаева О.Н. |
үҫемлектәр физиологияһы һәм биохимияһы |
2002 |
Ҡолшәрипов М.М. |
тарих |
2016 |
Нәҙершина Ф.А. |
фольклористика |
2016 |
Онищенко Г.Г. |
гигиена, санитария, эпидемиология |
2016 |
Осипов В.И. |
геология, гидрогеология |
1998 |
Панченко В.Я. |
техник фәндәр |
2016 |
Пучков Л.А. |
тау эше һәм экология |
1995 |
Рыжов А.А. |
авиация двигателдәре |
1995 |
Садовничий В.А. |
математика |
2016 |
Серов В.Н. |
акушерлыҡ һәм гинекология |
1991 |
Сөнәев Р.Ә. |
астрономия |
1991 |
Сәлихов К.М. |
физика |
2016 |
Тутельян В.А. |
туҡланыу гигиенаһы һәм диетология |
2016 |
Фисинин В.И. |
ҡошсолоҡ |
2002 |
Хәмитов Э.Ш. |
педагогика |
1998 |
Хәсәнов М.М |
шыйыҡса, газ һәм плазма механикаһы |
2016 |
Церетели З.К. |
рәсем сәнғәте, монументаль сәнғәт |
2014 |
Эпов М.И. |
геофизика, файҙалы ҡаҙылмаларҙы геофизик эҙләү ысулдары |
2016 |
Юнысов М.С. |
органик химия |
2016 |
БР ФА‑ның сит ил ағзалары
Фамилияһы, исеме, атаһының исеме |
Бүлек |
Һайланыу датаһы |
Аббас М. |
гуманитар фәндәр |
2012 |
Виллемс Р. |
биология фәндәре |
2012 |
Даллеман А. |
медицина фәндәре |
2016 |
Каган А. |
химия фәндәре |
2002 |
Лэнгдон Т. |
техник фәндәр |
1991 |
Мадьяри А. |
ауыл хужалығы фәндәре |
1991 |
Туған Иҫәнбикә |
гуманитар фәндәр |
2012 |