ХЕҘМӘТ ҺӘМ СОЦИАЛЬ МӨНӘСӘБӘТТӘР АКАДЕМИЯҺЫ
ХЕҘМӘТ ҺӘМ СОЦИАЛЬ МӨНӘСӘБӘТТӘР АКАДЕМИЯҺЫ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Башҡ-н соц. технологиялар ин-ты (филиалы) 1963 й. Өфөлә уҡыу-консультация пункты булараҡ асыла, 1998 й. алып Башҡ-н филиалы, 2004 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә (БСТИ). Ин-т составына 3 ф-т (финанс-иҡт., юридик, ситтән тороп уҡыу), “Социаль хоҡуҡ яҡлау” юридик клиникаһы, “БСТИ консультанты” финанс хеҙмәте, уҡыу-ғилми лабораториялар, редакция-нәшриәт бүлеге, китапхана һ.б. инә. Тамамлаусыларға бакалавр, белгес квалификацияһы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә юғары проф. белемдең 5 һөнәре һәм 9 йүнәлеше, урта проф. белемдең 5 һөнәре б-са алып барыла. Уҡытыусылар араһында 7 фән д-ры һәм 50 фән канд. бар (2013). 1980 й. алып 35 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. “Вестник БИСТ” (“БСТИ хәбәрҙәре”) ж., “Студенческий вестник БИСТ” (“БСТИ студенттары хәбәрҙәре”) гәз. нәшер итә. Дир.: Ғ.Т.Ғәлиев (1998 й. алып), Т.Ә.Ниғмәтуллина (2008 й. алып).
Әҙәб.: Ф и л и м о н о в М.А. Сила профсоюзов в единстве: очерки истории. Уфа, 1997.
Т.Ә.Ниғмәтуллина
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина