Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АВДОШКИН Семён Егорович

Просмотров: 1399

АВДОШКИН Семён Егорович (15.8.1918, Орлов губ. Волосово а. — 9.3.1962, Стәрлетамаҡ ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Үҙәк, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армияның 350‑се  уҡсылар див. 1178‑се уҡсылар полкының пулемёт ротаһы ком. өлкән лейт. А. 1944 й. 29 июлендә Сандомир ҡ. (Польша) янында Висла й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Стәрлетамаҡ ликёр‑араҡы з‑дында эшләй. Ленин (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. А. исеме Стәрлетамаҡтағы тыҡрыҡҡа һәм урамға бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019