Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АВИАЦИЯ ТЕХНИКУМЫ

Просмотров: 1439

АВИАЦИЯ ТЕХНИКУМЫ. Өфөлә урынлашҡан, 1941 й. Өфө т. юл техникумы базаһында барлыҡҡа килә, 1964—90 йй. Пальмиро Тольятти ис. йөрөтә. ӨМЭПБ эргәһендә киске бүлеге бар (1944 й. нигеҙ һалына); техникум филиалы базаһында Күмертау авиация техникумы асыла. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө‑ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: авиация двигателдәре етештереү, автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, ғәмәли информатика, машиналар эшләү технологияһы, менеджмент, радиоэлектрон техниканы техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау. Монтаж, слесарь һәм механик оҫтаханалары, китапхана, спорт комплексы бар. А.т. м‑н А.Р.Абдуллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 25 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2011), улар араһында Ғ.Ф.Ҡадиров, В.Э.Штейнберг; бында ш. уҡ М.Ғ.Гәрәев уҡыған. А.т. бинаһы тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы (ҡара: Коммерция училищеһы). 1941—43 йй. бында Коммунистик Интернационал башҡарма комитеты һәм Йәштәр Коммунистик Интернационалы к‑ты урынлаша (1971 й. һәм 1980 й. бинаға мемориаль таҡтаташтар ҡуйыла), 1977—92 йй. — Интернациональ дуҫлыҡ музейы, 1995—99 йй. — Өфө тарихы музейы.

В.К.Гололобов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.10.2020