Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРЕЗИДЕНТ ХАКИМИӘТЕ

Просмотров: 1835

ПРЕЗИДЕНТ ХАКИМИӘТЕ. БР Конституцияһының 87‑се статьяһының 24‑се пунктына ярашлы Башҡортостан Республикаһы Президенты (2015 й. алып — БР Башлығы) тарафынан үҙенең эшмәкәрлеген ойоштороу, хоҡуҡи яҡтан, мәғлүмә‑ ти‑аналитик, матди‑техник һәм финанс йәһәтенән тәьмин итеү өсөн булдырыла. 2014 й. 25 дек. “Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында” БР законы ҡабул ителгәс, БР Баш‑ лығы Хакимиәтенә үҙгәртелә. БР Башлығына закон сығарыу башланғысында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға индереү өсөн закон проекттары, ш. уҡ БР Башлығының БР халҡына һәм БР Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһен әҙерләй; БР Дәүләт Йыйылышы ҡараясаҡ закон проекттарына йомғаҡлау әҙерләй; БР Башлығына тапшырыу өсөн указ һәм ҡарар проекттары әҙерләй, ризалыҡ ала һәм уның ҡарамағына тапшыра, БР Башлығы указдары һәм ҡарарҙарының рәсми рәүештә нәшер ителеүен тәьмин итә; кәңәш итеү һәм консультация биреү органдарының эшмәкәрлеген көйләй; БР Башлығы указдарының, ҡарарҙарының һәм ҡушҡан эштәрҙең үтәлешен күҙәтә һәм тикшерә; БР Башлығының дәүләт органдары, сәйәси партиялар, йәмәғәт берекмәләре, сил илдәрҙең сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, халыҡ‑ара ойошмалар м‑н үҙ‑ара эшмәкәрлеген тәьмин итә; БР‑ҙың соц.‑иҡт., ижт.‑сәйәси һәм мәҙәни тормошо т‑да мәғлүмәт йыя, уны эшкәртә һәм анализлай, граждандар мөрәжәғәттәренең, йәмәғәт берекмәләренең тәҡдимдәрен, дәүләт власы урындағы үҙидара һәм органдары документтарының иҫәбен алып бара һәм анализлай; суд органдарында БР Башлығы мәнфәғәттәрен яҡлай һ.б. Хакимиәткә дөйөм етәкселекте БР Башлығы алып бара. БР Башлығы Хакимиәте составына БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе, БР‑ҙың ведомство‑ара Йәмәғәт именлеге советы Секретары, Матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы һ.б. структур бүлексәләр инә. Етәкселәре: С.Х.Әминев (1993 й. алып), И.Ә.Ғәбитов (1995 й. алып), И.Р.Ғимаев (2000 й. алып), Р.Ф.Хәбиров (2003 й. алып), А.Т.Сәғитов (2008 й. алып), Н.А.Курапов (2009 й. алып), Ә.Ә.Мәхмүтов (2010 й. алып), В.А.Балабанов (2011 й. алып), С.А.Молчанов (2013 й. алып).

М.Ғ.Рахманов, М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.12.2019