Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЗЕРБАЙЖАН

Просмотров: 2310

ӘЗЕРБАЙЖАН, Ә з е р б а й ж а н Р е с п у б л и к а һ ы, Кавказ аръяғының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 86,6 мең км2. Баш ҡалаһы – Баҡы. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 8,2 млн кеше (2009), 91,6%‑ы — әзербайжандар; 1989 й. 580 башҡорт йәшәгән. Рәсми тел – әзербайжан теле. Диндарҙар — башлыса мосолман‑шиғиҙар. БР‑ҙың Ә. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Ә. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. БР Йәштәр эштәре б‑са дәүләт ком‑ты һәм Ә. Студент йәштәре союзы араһында хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1995), Ә. Милли ФА һәм БР ФА араһында хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (2013), БР һәм Ә. эшҡыуарҙары араһында нефть‑газ тармағы, нефтехимия һәм ветеринария өлкәһендә хеҙмәттәшлек б‑са 14‑тән ашыу килешеүгә (2014) һ.б. ҡул ҡуйылған. БР һәм Ә. Башҡарма власть органдары араһында сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек б‑са Эшсе төркөм эшләй. БР‑ҙың БДБ илдәре м‑н тышҡы сауҙаһының дөйөм күләмендә Ә. өлөшөнә 4,8% тура килә (2012). БР м‑н Ә. тышҡы сауҙа әйләнеше 49,3 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 17,8 тапҡыр күберәк). БР‑ҙың Ә. экспорты — 48,6 млн доллар (2000 й. — 1,9 млн доллар), импорт — 0,7 млн доллар (2000 й. — 0,8 млн доллар) иҫәпләнә; экспорт һәм импорт тауар структураһында химия сәнәғәте продукцияһы, машиналар, ҡорамалдар, транспорт саралары, аҙыҡ‑түлек, а.х. сеймалы һ.б. өҫтөнлөк итә. 1998 й. БР‑ҙа Ә. капитал йәлеп иткән 1 берлектәге предприятиеэшләй. 90‑сы йй. “Башнефтегеофизика” ААЙ белгестәре тарафынан Апшерон ярымутрауында сейсмик тикшеренеүҙәр үткәрелә; һөҙөмтәлә нефтле һәм газлы булыу перспективалы 2 участка асыла; “Башгипронефтехим” ДУП‑ы белгестәре тарафынан Сумгаит ҡ. этилен һәм пропилен етештереү б‑са ҡоролмалар проекты эшләнә. Башҡортостан м‑н Ә. араһында күптәнге тарихи бәйләнештәр бар. 19 б. аҙ. Баҡы нефтле һәм газлы районынан Көньяҡ Уралға нефть, кәрәсин килтерелә. 20 б. 30‑сы йй. Ә. белгестәре Ишембай нефть ятҡылығын үҙләштереүҙә  ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР‑ға “Азнефтеразведка” тресы, нефть машиналары эшләү пр‑тиелары, быраулау ҡорамалдарын ремонтлау з‑дтары һәм ғаиләләре м‑н 2 мең эшсе күсерелә. С.Вургун, С.Рөстәм, М.Сабир, Н.Хазри һ.б. әзербайжан яҙыусылары әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителгән. Башҡортостан театрҙары репертуарына әзербайжан драматургтары әҫәрҙәре б‑са спектаклдәр ингән: Н.Ф.Вәзировтың “Достопочтенный Фахретдин” (“Хөрмәтле Фәхретдин”), Н.Н.Наримановтың “Надиршах” (I Башҡорт дәүләт драма театры, 20 б. 20‑се йй. башы), У.А. Гаджибековтың “Аршин мал алан” (БАДТ, 20—30‑се йй.; “Нур” театры, 1999 й. алып), Нариман‑бектың “Меджибад” (БДОБТ, 40‑сы йй.), Вургундың “Ханлар” (БАДТ, 50‑се йй.) әҫәре. Өфөлә Ә. Дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле (1961, 1966), С.Вургун ис. Баҡы дәүләт урыҫ драма театры (1975), Ә. Дәүләт хор капеллаһы (1979), СССР‑ҙың һәм Әзербайжан ССР‑ының халыҡ артисы М.М.Магомаев (1973, 1989) гастролдәрҙә була; Әзербайжан әҙәбиәте көндәре (1963), Ә. мәҙәниәте көндәре (1990) үткәрелә; Рәссамдарсоюзының Үҙәк күргәҙмә залында Ә. үҙешмәкәр рәссамдары һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте оҫталары әҫәрҙәренең күргәҙмәләре ойошторола (1990); 1963 й. Өфөлә РСФСР‑ҙа әзербайжан әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы үтә; “Туғанлыҡ” фестивалендә (1996) “Йуг” Әзербайжан дәүләт йәштәр театры тарафынан С.Беккет һәм М.Хади әҫәре б‑са “Өмөт хаҡында, йәки Өмөт тураһында өс уйын” (“О надежде, или Три игры про надежду”) спектакле күрһәтелә. Башҡортостандың ижади интеллигенцияһы Ә. Совет әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (70‑се йй.), Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалендә (Агдам, Шуша ҡҡ., 1989), Бөтә Союз биҙәү‑ҡулланма сәнғәте оҫталары күргәҙмәһендә (Шеки ҡ., 1989), Ә. үткән БР мәҙәниәте көндәрендә (2001, 2009) ҡатнаша. Баҡыла М.Ф.Ахундов ис. Әзербайжан милли китапханаһында Ә.Вәлиди йылы сиктәрендә ғалим‑шәрҡиәтсенең 120 йыллығына арналған фәнни‑ғәмәли конф. үткәрелә (2010); Беренсе халыҡ‑ара ҡурсаҡ театрҙары фестивалендә Ҡурсаҡ театры Н.С. Шмитьконың “Йондоҙҡай” (“Звёздочка”) пьесаһы б‑са спектакль ҡуя (2011). М.Ғафури, Х.Ғ.Ғиләжев, А.Х. Игебаев, М.Кәрим, Н.Нәжми һ.б. башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре әзербайжан теленә тәржемә ителгән. Ә.Һ.Бикчәнтәев, Р.Ғ.Хәкимов һ.б. ижадында Ә. темаһы сағылыш тапҡан. “26 Баҡы комиссары” (“26 бакинских комиссаров”; “Мосфильм” к/ст —“Азербайджанфильм”, 1966) к/ф А.Г.Арыҫланов Метакс ролен башҡара. БР‑ҙа 5737 әзербайжан йәшәй (2010). 2001 й. алып БР‑ҙа Әзербайжан милли‑мәҙәни үҙәге эшләй (ҡара: Миллимәҙәни берекмәләр). Ә. тыуған Г.А.Бабалян, К.А.Байрак, В.И.Мархасин, Д.И.Мехдиев, А.Х.Мирзаджанзаде, Э.М.Мовсумзаде, Н.К.Надиров, Г.П.Ованесов, Н.Ш.Хәйрединов һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле. Әҙәб.: Х а к и м о в Р. Радуга Азербайджана. Баку, 1974.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.03.2024