Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАСАҠТАР

Просмотров: 1492

ҠАСАҠТАР, раса, гражданлыҡ, милләт, дин, ниндәй ҙә булһа соц. төркөмгә ҡарау йәки сәйәси инаныуҙар билдәләре б‑са эҙәрлекләнеү ҡорбанына әйләнеү хәүефе арҡаһында гражданы булып торған илдән сығып китергә мәжбүр булған кешеләр. Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, кешелеккә ҡаршы енәйәттәр, сәйәси булмаған ауыр енәйәттәр ҡылыу, БМО маҡсаттарына һәм принциптарына ҡаршы килгән ғәмәлдәрҙә ғәйепләнеү йәһәтенән шик аҫтына алынған кешеләргә Ҡ. статусы бирелмәй. Ҡ. тәржемәсе хеҙмәттәренә һәм үҙ хоҡуҡтары, бурыстары т‑да мәғлүмәт алырға, мед. ярҙамына, хеҙмәткә йәки эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә, соц. яҡлауға, РФ терр‑яһында даими йәшәүгә йәки РФ гражданлығы алыуға рөхсәт һорап мөрәжәғәт итергә, гражданы булған илгә үҙ ихтыяры м‑н ҡайтырға, РФ ҡануниәтендә һәм РФ‑тың халыҡ‑ара килешеүҙәренә ҡаралған башҡа хоҡуҡтарҙы файҙаланырға хоҡуҡлы.

Ҡ. эштәре б‑са халыҡ‑ара йәмәғәт ойошмаһының килешеүҙәре (1926, 1928), конвенциялары (1933, 1938), Протоколы (1939) һәм Уставы Ҡ. проблемаларын хәл итеүҙә тәүге норматив документтар була. Икенсе донъя һуғышынан һуң 1950 й. БМО‑ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан БМО‑ның Ҡ. эштәре б‑са Юғары комиссары идаралығы ойошторола, 1951 й. БМО‑ның Ҡ. статусы т‑да Конвенцияһы, 1967 й. Протоколы ҡабул ителә. Юғары комиссар идаралығы эшмәкәрлеге Ҡ. йәшәргә урын биреүҙе һәм уның эҙәрлекләү янаған илгә ҡайтанан һөрөлөүенә юл ҡуймауҙы гарантиялауҙа (“һөрөлмәү принцибы”) ярҙам күрһәтеүҙән ғибәрәт. 1992 й. РФ Конвенцияға ҡушыла, РФ‑та БМО‑ның Ҡ. эштәре б‑са Юғары комиссары идаралығы Төбәк вәкиллеге асыла. РФ‑та 1993 й. 19 февр. “Ҡасаҡтар тураһында” Федераль закон ҡабул ителә, ш. уҡ Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте ойошторола. Башҡортостанда РФ‑тың Ҡ. һәм мәжбүри күскенселәр мәсьәләләре б‑са ҡануниәтен үтәү вәкәләттәрен Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы башҡара.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: