Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБРАРОВ Рәмил Рәжәп улы

Просмотров: 1163

АБРАРОВ Рәмил Рәжәп улы (10.6.1958, БАССР‑ҙың Мишкә районы Мишкә а.), тренер. Трамплиндан саңғыла һикереү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003), БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2001). Силәбе физик культура институтын тамамлаған (1992). 1981 й. “Локомотив” ирекле спорт йәмғиәте, 1993 й. — 33‑сө олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры (икеһе лә — Өфө ҡ.). Тәрбиәләнеүселәре араһында Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастерҙары Д.В.Васильев, И.Р.Фәтҡуллин, И.Р.Хәзетдинов, 20 Рәсәй спорт мастеры, ш. иҫ. Рәсәй чемпионы (2001—02), Олимпия уйындарында (2002) ҡатнашыусы А.С.Белов. БР Трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы буйынса икебәйге федерацияһы (2010—18), РФ Трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы буйынса икебәйге федерацияһының трамплиндан саңғыла һикереү буйынса тренерҙар советы рәйесе (2011 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.08.2022