Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДУЛЛА, Илеш р-нындағы ауыл

Просмотров: 962

АБДУЛЛА, Илеш р-нындағы ауыл, Иғмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 20 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 102 км алыҫлыҡта Наҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1117 кеше; 1920 — 1320; 1939 — 879; 1959 — 651; 1989 — 340; 2002 — 326; 2010 — 285 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1718 й. керҙәшлек килешеүе б-са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 200 кеше йәшәгән, 1865 й. 112 йортта — 621 кеше. Игенселек м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне, 25 кибет булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, бакалея һәм һыра кибете теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. Т.Л.Рахманов, Ә.Л.Рахманов, З.И.Сәйетғәлиев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019