БАЙҒУЖА, Йылайыр р‑нындағы ауыл
1043
БАЙҒУЖА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Үрге Ғәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 90 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 123 км алыҫлыҡта Кәкүк й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 107 кеше; 1959 — 248; 1989 — 277; 2002 — 275; 2010 — 253 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп (Матрай урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.
Ауылға 1928 й. Йылайыр кантонында ш. уҡ кантондың Әлмөхәмәт а. кешеләре нигеҙ һала. Үҙил, Кәкүк тип аталған, 1932 й. тәүге төпләнеүсе Байғужиндар хөрмәтенә үҙгәртелгән.
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: