Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙДӘҮЛӘТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 964

БАЙДӘҮЛӘТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байдәүләт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 34 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 88 км алыҫлыҡта Оло Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 482 кеше; 1920 — 492; 1939 — 476; 1959 — 350; 1989 — 202; 2002 — 231; 2010 — 207 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. башлап Бишәй (“бишәй” этнонимынан, ҡара: Үҫәргән) исеме м‑н билдәле. 18 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә (йорт старшинаһы Байдәүләт Аҡкөбәков исеменән). 1866 й. 58 йортта 337 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. Ф.В.Солтанов, Х.А.Толомбаев ошо ауылда тыуған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: