Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙДАКОВКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 793

БАЙДАКОВКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ниғмәтулла а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта Ҡыҙыл й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 789 кеше; 1920 — 984; 1939 — 280; 1959 — 405; 1989 — 217; 2002 — 273; 2010 — 218 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡырым урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә украиндар (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1900 й. Екатеринослав губ. Түбәнге Днепр өйәҙе Пепельнастое а. күсеп килеүселәр) Байдаковский утары булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Берёзовка булараҡ билдәле булған. 1902 й. 98 йортта 312 ир‑ат иҫәпкә алынған. 1906 й. сиркәү (1904 й. төҙөлгән), шарап һәм 2 бакалея кибете теркәлгән. 1920 й. халҡы Яңы Троицкий ҡасабаһы (20 б. башында нигеҙләнгән) м‑н бергә иҫәпкә алынған, 40‑сы йй. был ҡасаба м‑н ҡушыла һәм хәҙ. исем м‑н атала башлай.

Г.Ә.Ситдиҡова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: