Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АВГУСТ КРИЗИСЫ, 1991 й

Просмотров: 945

АВГУСТ КРИЗИСЫ, 1991 й. СССР‑ҙың юғары етәкселеге вәкилдәре төркөмөнөң яңы Союз килешеүенә ҡул ҡуйыуҙы булдырмаҫҡа тырышыуы арҡаһында килеп тыуа. 19 авг. Мәскәүҙә СССР‑ҙа Ғәҙәттән тыш хәл б‑са дәүләт комитеты (ГКЧП) төҙөлә, уның составына СССР вице‑президенты Г.И.Янаев, премьер‑министр В.С.Павлов, оборона министры Д.Т.Язов, эске эштәр министры Б.К.Пуго, КГБ рәйесе В.А.Крючков һ.б. инә. ГКЧП СССР президенты М.С.Горбачёвтың юридик яҡтан хоҡуҡһыҙ булыуы т‑да белдерә, СССР президенты вазифаһын башҡарыусы итеп Янаевты билдәләй, КПСС‑ҡа ҡарата оппозицияла торған сәйәси ойошмаларҙың һәм киң мәғлүмәт сараларының эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтата, Мәскәүгә ғәскәр индерә. РСФСР президенты Б.Н.Ельцин һәм РСФСР‑ҙың башҡа етәкселәре ГКЧП ойоштороуҙы дәүләт түңкәрелеше тип иғлан итә һәм уның эшмәкәрлегенә ҡаршылыҡ ойоштора. Мәскәү һ.б. ҡалаларҙа ГКЧП‑ға ҡаршы меңәрләгән кеше ҡатнашҡан митингылар үтә. Өфөлә ГКЧП‑ға ҡаршы “Урал” башҡ. халыҡ үҙәге, Татар ижтимағи үҙәге, Башҡортостан демократик йәштәр союзы һ.б. сығыш яһай. Кризис 22 авг. ГКЧП ағзаларын ҡулға алыу һәм Горбачёвтың власҡа кире ҡайтыуы м‑н тамамлана. 23 авг. РСФСР-ҙа КПСС эшмәкәрлеге ваҡытлыса туҡтатыла. А.к. СССР‑ҙың тарҡалыу процесын тиҙләтә.

Ю.В.Калашников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019