Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АВКСЕНТЬЕВ Николай Дмитриевич

Просмотров: 1074

АВКСЕНТЬЕВ Николай Дмитриевич (29.11.1878, Пенза ҡ. — 4.3.1943, Нью‑Йорк ҡ., АҠШ), сәйәси эшмәкәр. Филос. ф. д‑ры (1905). Дворяндарҙан. 1905 й. алып Социал‑революционерҙар партияһы ағзаһы. Галле ун‑тын тамамлаған (1905). 1906 й. революцияла (1905—07) ҡатнашҡаны өсөн Тубыл губ. Обдорск а. һөргөнгә ебәрелә, 1907 й. сит илгә ҡаса. 1917 й. майынан Петроград крәҫтиән депутаттары советының башҡарма ком‑ты рәйесе, июль—авг. Ваҡытлы хөкүмәттең эске эштәр министры, сент.—окт. Демократик кәңәшмә һәм Рәсәй респ. Ваҡытлы Советы рәйесе. Чехословак айырым корпусының советтарға ҡаршы сығышын әҙерләүҙә ҡатнаша. 1918 й. сент.—нояб. Өфө дәүләт кәңәшмәһе һәм Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте рәйесе. 4 нояб. Рәсәйҙә өлкә хөкүмәттәрен, ш. иҫ. Башҡорт хөкүмәтен бөтөрөү т‑да грамотаға ҡул ҡуя. 18 нояб. А.В.Колчак бойороғо б‑са ҡулға алына һәм 21 нояб. Рәсәйҙән Ҡытайға ҡыуыла. 1919 й. алып Парижда, 1940 й. — Нью-Йоркта йәшәй.

Хеҙм.: Сверхчеловек. СПб., 1906.

Әҙәб.: Зензинов В. Из жизни революционера. Париж, 1919; Чернов В.М. Перед бурей: воспоминания. М., 1993.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019