Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАРОТИТ

Просмотров: 1502

ПАРОТИТ (гр. paraј — эргәһендә, янында, тышында һәм uјs — ҡолаҡ), эпидемик паротит, ҡабаҡҡолаҡ, киҫкен инфекцион ауырыу. Paramyxoviridae ғаиләһенә ҡараған РНК‑лы вирус тыуҙыра. П. бигерәк тә мәктәп йәшендәге балалар бирешә. Ауырыу башлыса һауа аша йоға. Инкубация осоро — 18 (11—21) көн. Төп билдәләре: юғары т‑ра, ҡолаҡ эргәһендәге шайыҡ биҙе өлкәһенең шешеп тороуы, ауыҙҙы асҡанда һәм сәйнәгәндә ауыртыныу. Ҡайһы берҙә инфекцион процесҡа башҡа шайыҡ биҙҙәре, ашҡаҙан аҫты биҙе, нервы системаһы, малайҙарҙа енси өлгөрөү осоронда — күкәйҙәр йәлеп ителә. Өҙлөгөүҙәр: шайыҡ биҙҙәренең эренләүе, күкәй атрофияһы (түлһеҙлек), һаңғырау ҡалыу һ.б. Диагностика өсөн эпидемиологик, анамнез, клиник һәм лаб. (вирусологик һәм серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау симптоматик, диетотерапия һ.б. Иҫкәртеү: паротит вакцинаһы м‑н актив иммунизация үткәреү. Башҡортостанда 100 мең кешегә П. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2004 й. — 2,30; 2006 — 0,59; 2008 — 0,2 кеше. 20 б. 70‑се йй. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) балаларҙа П. булғанда ашҡаҙан аҫты биҙенең тышҡы секрет функцияһы өйрәнелә, уның зарарланыуын иртә стадияла асыҡлауға булышлыҡ иткән лаб. тестар эшләнә (Л.В.Макарова, Р.Х.Тенишева). Д.Х.Хунафина етәкс. 2002 й. БР‑ҙа П. эпидемик киҫкен күбәйеүе ваҡытындағы мәғлүмәттәр б‑са уның клиник аспекттары өйрәнелгән (Д.Ә.Вәлишин, Р.Я.Мөхәмәтов һ.б.).

В.Б.Егоров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019