Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДУЛЛА ҠАЛАСЫҒЫ

Просмотров: 1387

АБДУЛЛА ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 4—3 бб. — б.э. 13—14 бб. археологик ҡомартҡыһы. Мәсетле р‑ны Абдулла а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Әй й. бейек һул ярында урынлашҡан. 1980 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла, 1984—86 йй. А.И.Лебедев тарафынан өйрәнелә. Ҡомартҡы емерелгән, һаҡланып ҡалған өлөшө (яҡынса 120 м2) ҡаҙылған. Ҡаласыҡтың һаҡ ҡоролмаһы урҙан (бейеклеге 2,1 м, киңлеге 14 м) һәм соҡорҙан (тәрәнлеге 1 м, киңлеге 3 м) торған. Тәүҙә ур 1,25 м бейеклектә һәм 6 м киңлектә, бағаналы конструкциялы һәм өҫтән, яҡынса 0,2 м ҡалынлыҡтағы балсыҡ һылап, нығытылған була. А.ҡ. терр‑яһында 16 м2 майҙанлы тура мөйөшлө ярым ер өй, 4 хужалыҡ соҡоро табылған. Керамика Горохов мәҙәниәте һауыттарынан һәм Урта быуат осорона ҡараған биҙәкһеҙ һауыт-һабанан ғибәрәт. Ҡаласыҡта Горохов мәҙәниәтенә ҡараған түңәрәк бронза суҡ, балсыҡ муйынсаҡтар, орсоҡбаш һәм металл иретеү мейесе соплоһы һынығы, Урта быуатҡа ҡараған тимер бысаҡтар, уҡ башағы һәм билбау ҡаптырмаһы, фаянс муйынсаҡ бөртөктәре һәм һөйәк ҡумыҙ фрагменты табылған. Шулай уҡ ҡойолған бәләкәй тимер суҡ (фаразланыуынса, бетеү) һәм йәнлек һыны рәүешендә эшләнгән бронза суҡ киҫәге (аналогтары билдәле түгел) асыҡланған. Ҡомартҡы иртә тимер быуат осоронда һәм Урта быуатта Өфө яйлаһына күсеп ултырыу этаптарын күҙәтергә мөмкинлек бирә. А.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һәм Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Лебедев А.И. Новые средневековые памятники на северо-востоке Башкирии //Наследие веков. Уфа, 1995.

 Ю.А.Морозов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019