Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҘНАЙ ҠӘБЕРЛЕГЕ

Просмотров: 965

АҘНАЙ ҠӘБЕРЛЕГЕ, 13 б. археологик ҡомартҡыһы. Ишембай р‑ны Аҙнай а. төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Хажи Шиҙеһе й. (Һәләүек й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1998 й. БР Мәҙәниәт министрлығының Ғилми‑производство үҙәгенең разведка отряды тарафынан асыла; ТТӘИ, Стәрлетамаҡ пед. ин‑ты һәм Ғилми‑производство үҙәгенең берлектәге экспедицияһы (етәкс. Г.Н.Гарустович, В.А.Иванов, А.Ф.Йәминов) өйрәнә. 2 ҡәберлек тикшерелә. Ҡәбер өҫтөндәге ҡоролмалар таш өйөмдәренән (1,8—2х0,8—1 м) тора. Мәйеттәр тәрән ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, баштары м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәберҙәргә һөйәктән һырлап яһалған өҫтәмәле туҙ һаҙаҡ, тимер уҡ башаҡтары, бысаҡтар, ҡылыс, өҙәңгеләр һәм алтай тибындағы билбау гарнитуры (ҡайыш ослоҡтары, ҡаптырмалар), гипстан эшләнгән Урта Азия бетеүҙәре һалынған. Фаразланыуынса, А.ҡ. — 13 б. 2‑се сирегендә Урал‑Волга буйын яулауҙа ҡатнашҡан монгол яугирҙары ҡәбере. 12—13 бб. Байкал буйы һәм Байкал аръяғы, 13—14 бб. Урал аръяғы ерләү ҡомартҡылары м‑н оҡшашлыҡтары бар. А.ҡ. материалдары БР Мәҙәниәт министрлығының Мәҙәни мираҫтың күсемһеҙ объекттарын дәүләт һаҡлауы һәм файҙаланыу баш идаралығы фондтарында һаҡлана.

Г.Н.Гарустович, В.А.Иванов, А.Ф.Йәминов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019