Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЙЫТ ТОРАМАҺЫ

Просмотров: 925

АЙЫТ ТОРАМАҺЫ, б.э.т. 16—13 бб. археологик ҡомартҡыһы. Бишбүләк р‑ны Айыт а. көньяҡҡа табан 1,5 — 2 км алыҫлыҡта Ташлыкүл ярында урынлашҡан. 1965 й. А.М.Кинйәбаев тарафынан асыла, 1985—91 йй. Ю.А.Морозов тикшерә. Майҙаны — 6 мең м2, 2,1 мең м2 асылған. Бүрәнәнән һалынған бағана конструкциялы 6 ер өҫтө ҡоролмаһы ҡаҙылған: 2 яҡлы ҡыйыҡ аҫтындағы солан‑тамбурлы (1x1,5 м) һәм усаҡлы 3 торлаҡ (майҙаны 100—150 м2), 4 яҡлы ҡыйыҡ аҫтындағы торлаҡ (майҙаны 200—230 м2), 2 хужалыҡ ҡаралтыһы (60—87 м2). Торлаҡтарҙың береһе эсендә ҡоҙоҡ (тәрәнлеге 3 м) табылған. Керамика Бура мәҙәниәте һауыттарынан (банка рәүешендәге, киртектәр, төртөктәр, тешле штамп биҙәктәре төшөрөлгән) ғибәрәт, аҫҡы ҡатламдарҙа бик аҙ һанда Абаш мәҙәниәте һауыттары осрай. Торамала яҡынса 30 мең предмет табылған: бронза ҡармаҡ, беләҙектәр, баҡыр киҫәктәре, шлак, таш уҡ башаҡтары, бысаҡтар, төйгөстәр, керамика, һөйәк энәләр, псалийҙар, йышҡылар, беҙҙәр һ.б. Халҡы металлургия, һөйәктән әйберҙәр яһау, малсылыҡ (йылҡы, һыйыр малы һәм ваҡ мал үрсеткәндәр) м‑н шөғөлләнгән. А.т. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019