Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠ ШЫРШЫ

Просмотров: 1240

АҠ ШЫРШЫ (Abies), ҡарағай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда себер А.ш. үҫә. 200—250 йәшкә етеүсе күләгәгә сыҙамлы мәңге йәшел ылыҫлы ағас. Сатыры ҡуйы, тар конус һымаҡ; ҡайыры шыма, сайырлы оролары бар, олоно төҙ, бейеклеге 24—35 м, диаметры 0,5 м тиклем. Ылыҫы йомшаҡ, яҫы, үҙәк үренделә радиаль, ситендәгеләрҙә — ике рәтләп урынлашҡан, 8—10 йылға тиклем ҡойолмай. Ата тубырсыҡ һарыраҡ төҫтә, сатырҙың урта һәм өҫкө өлөшөндә барлыҡҡа килә. Май башында, ылыҫланыр алдынан, һеркәләнә. Инә тубырсыҡ сатырҙың өҫкө өлөшөндә барлыҡҡа килә, йәш тубырсыҡ — йәшел йәки көрәнһыу ҡыҙыл, өлгөргәне — көрән, цилиндр формаһында, оҙонлоғо 5—9 см, киңлеге 2—4 см, төҙ; көҙөн өлгөрә һәм айырым тәңкәләргә бүленә, ағаста үҙәге генә тороп ҡала. Орлоғо ваҡ, ҡанатлы. Ағиҙел—Кама йй. араһында, Өфө яйлаһында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә һәм көнбайыш битләүендә шыршы һәм киң япраҡлы ағас төрҙәре менән ҡомло балсыҡлы тупраҡта үҫә. Төҙөлөштә, целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәтендә һәм музыка ҡоралдары эшләү өсөн файҙаланыла. Сайырынан А.ш. бәлзәме (медицинала һәм оптик микроскопияла ҡулланыла), йәш ботаҡтарынан А.ш. майы алына. Декоратив үҫемлек, ҡалала үҫә алмай. Интродуценттар араһында бәлзәм А.ш. айырыуса сыҙамлы.

  Әҙәб.: П о п о в Г.В. Леса Башкирии. Уфа, 1980; П у т е н и х и н В.П. Дендрология с основами декоративного садоводства. Ч.1. Уфа, 2006.

В.П.Путенихин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.10.2022