Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АШАРҒА ЯРАҠЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

Просмотров: 2294

АШАРҒА ЯРАҠЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, кеше аҙыҡ итеп ҡулланған йәки ашарға яраҡлы ҡырағай һәм культуралы үҫемлектәр. Башҡортостанда иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары, баҡса культуралары, йәшелсә культуралары, май биреүсе культуралар, емеш культуралары киң файҙаланыла. Ҡулланылыу үҙенсәлеге б‑са ҡырағай А.я.ү. эсемлек (емеш‑еләк үҫемлектәре; айырым өлөштәре сәйҙе йәки ҡәһүәне алмаштыра алған боланут, бөтнөк, ҡайын еләге, мәтрүш, һары мәтрүш һ.б.), йәшелсә (яҡынса 50 төр; мальва, кесерткән, һуғандың йәш япраҡтары, йондоҙҡай, күгүләндең йәшел үҫемлектәре, көнсығыш ҡаҡыһы, себер балтырғаны һабаҡтары, бөҙрә ләлә, бүлбеле майсыбыҡ,ҡала ҡыҫыр сәскәнеңер аҫты өлөштәре һ.б.), емеш (ҡайын еләге, ҡыҙыл көртмәле, энәлек, һыу сәтләүеге, сәтләүек ағасы һ.б.), тәмләткес (сатыр һымаҡтар: дарыулы шыма ҡурай, ябай аҡ әнис; әүернәһымаҡтар: яҫы япраҡлы ҡандалагөл, ҡына; ирен сәскә һымаҡтар: һырмауыҡ мәшкәк үләне, ябай еҫлекәй; астра һымаҡтар: әрем, меңъяпраҡтың төрҙәре, бейек андыҙ һ.б) үҫемлектәренә бүләләр.

Химик составы б‑са май (ҡырағай киндерҙең орлоҡтары ҡурылған килеш ҡулланыла), крахмал (күл ҡуһаһы, яҫы япраҡлы екән, ябай ҡыяҡҡамыштың тамырҙары картуф һәм ярмаларҙы алмаштыра ала; аҡ алабута, ябай терпе үләне, ябай шыртүлән орлоҡтары он етештереү өсөн ҡулланылырға мөмкин), эфир майы (мәтрүш, күк һырға, мелисса һ.б. эсемлектәр әҙерләгәндә һәм тәмләткестәр булараҡ ҡулланыла) биреүсе үҫемлектәргә айырып йөрөтәләр. А.я.ү. 30‑ҙан ашыу төрө (ал бөрлөгән, арктика ҡыҙыл бөрлөгәне, мороҡ һ.б., ш. уҡ реликттар: себер һыу сәтләүеге, ҡыуаҡлы курил сәйе, ҡыя һуған; эндемиктар: ҡандала ҡанүләне, Коржинский татлы тамыры) БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Ә.Ә.Барлыбаева

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.07.2023
Связанные статьи: