Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛАКҮЛ МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 1648

АЛАКҮЛ МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 16—13 бб. ҡарай. Алакүл (Ҡурған өлк.) янындағы ҡәберлек исеме м‑н аталған. Башҡортостанда А.м. ҡомартҡылары Мейәс, Һаҡмар, Урал йй. басс. тупланған (Байыш ҡурғандары, Ивановка ҡурғандары, Йомаҡ торамалары, Таналыҡ, Таулыҡай ҡурғандары, Таулыҡай торамаһы, Төбәк һ.б.). Торамалар һыубаҫар урындарҙан өҫтәге киртләстәр майҙанында урынлашҡан, нығытмалары юҡ. Торлаҡтары — бағана конструкциялы, нигеҙ соҡоро оҙонса дүрт мөйөшлө (тәрәнлеге 0,6—1,3 м), 2 йәки 1 яҡлы (бер аҙ ауыш) ҡыйыҡлы, 2 камералы ярым ер өйҙәр (майҙаны 100—200 м2). Керамика банка һәм көршәк рәүешендәге, муйынын ҡорһаҡ өлөшөнән айырып торған сығынҡы һыҙатлы, тешле һәм яҫы штамп м‑н һалынған ҡатмарлы геометрик биҙәкле һауыттарҙан ғибәрәт. Һөйәк (энәләр, уҡ башаҡтары, беҙҙәр), металл (бысаҡтар, металл ҡойоу ҡалыбы һыныҡтары, ураҡтар, арҡыры балталар, шлак) әйберҙәр табылған. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурған аҫты ҡәберҙәре. Ҡәберлектәр өҫтөндә тупраҡ йәки таш өйөмдәре, тура дүртмөйөш йәки түңәрәк таш кәртәләр булған. Төп ерләү ысулдары: һул ҡабырғаға бөгәрләнгән килеш ятҡырып, ҡул суҡтарын йөҙ тирәһенә ҡуйып, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып (төньяҡҡа йәки көньяҡҡа табан ауыштырып) һалыу. Һуң осорҙа яндырыу йолаһы осрай. Иртә осор ҡәберлектәре өсөн түңәрәк планировка хас: уртала ирҙәр йәки парлы (ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар) ҡәберҙәр, ян‑яҡтан — балалар һәм ҡатын‑ҡыҙҙыҡы. Ҡәбергә (башлыса баш осона) 1—3 һауыт ҡуйылған. Ҡурған өйөмдәрендә һәм ҡәбер соҡороноң ситтәрендә мал һөйәктәре табылған. Ҡатын‑ҡыҙ ҡәберҙәренә биҙәнеү әйберҙәре (бронза, алтын, һөйәктән һәм ҡабырсаҡтан эшләнгән беләҙектәр, муйынсаҡтар, элгестәр, балдаҡтар, суҡтар, баш кейемдәре һәм сулпылар) һалынған.

Көньяҡ Урал аръяғының урман‑дала райондарында Петровка мәҙәниәте нигеҙендә Абаш мәҙәниәте ҡәбиләләренең әүҙем ҡатнашлығында формалашҡан (Н.А.Мәжитов, К.В.Сальников һ.б. фекеренсә, Андрон мәҙәни‑тарихи берлеге үҫешенең бер осоро. В.С.Горбунов, В.С.Стоколос, Э.А.Фёдорова‑Давыдова һ.б. уны Фёдоровка мәҙәниәте м‑н йәнәш үҫешкән үҙ аллы мәҙәниәт тип ҡарай). Төп хужалыҡ тармаҡтары — малсылыҡ, игенселек, металлургия. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 3‑сө сирегендә Алакүл һәм Бура мәҙәниәте халҡы араһында тотороҡло бәйләнеш булған. А.м. өйрәнеүселәр: Горбунов, Г.Б.Зданович, Ю.А.Морозов, Сальников, Стоколос, Фёдорова‑Давыдова һ.б.

Әҙәб.: Зданович Г.Б. Бронзовый век Урало‑Казахстанских степей. Свердловск, 1988.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019