Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨКӨРТ ҮЛӘНЕ

Просмотров: 586

КӨКӨРТ ҮЛӘНЕ (Lycopodium), көкөрт үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда суҡмар К.ү. һәм бер йыллыҡ К.ү. үҫә. Дихотомик тармаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы оҙон, йәйелеүсән, осо күтәрелеп тора, оҙонлоғо 30—150 см. Япрағы сиратлы, ваҡ, ланцет формаһында, суҡмар К.ү. — оҙон төҫһөҙ күсәргә тиклем тарайған, бөтөн ситле, бер йыллыҡ К.ү. — осло, ваҡ бысҡылы. Япраҡтары спираль рәүешле теҙелгән. Спорангийҙары овал формаһында, башаҡтарға йыйылған спора биреүсе япраҡтарҙың өҫкө яғында урынлашҡан. Июль—авг. спора осора. Спора һибелгәндән һуң, 10—12 йыл буйы үҫешә торған ике енесле сапрофит гаметофит барлыҡҡа килтереп, 3—8 йылдан үҫеп сыға. Суҡмар К.ү. — ҡарағай, бер йыллыҡ К.ү. башлыса Башҡортостандың Урал алдының төньяғында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының шыршы‑аҡ шыршы, шыршы‑ҡарағас һәм ҡатнаш урмандарында үҫә. Ағыулы үҫемлек. Суҡмар К.ү. споралары (ликоподий) медицинала ҡулланыла.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019