Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫУЫШ ТАЖЪЯПРАҠ

Просмотров: 743

ҠЫУЫШ ТАЖЪЯПРАҠ (Coeloglossum), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда йәшел Ҡ.т. үҫә. Бармаҡ һымаҡ бүленгән 2 тамыр‑бүлбеһе булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 6—40 см, төбөндә көрән төҫтәге еңсәләр м‑н ҡапланған. Япрағы эллипс‑йомортҡанан алып ланцет формаһына тиклем. Сәскәһе һарғылт‑йәшел төҫтә, торҡа һымаҡ, ултырма. Сәскә эргәлегенең тышҡы әйләнә япраҡсалары — йомортҡа формаһында, тупағыраҡ, эскеләре — таҫма; ирене уларҙан оҙонораҡ, муҡса рәүешле ҡыҫҡа тибенгеле. Сәскәлеге — кәүшәк башаҡ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Болон далаларында, япраҡлы һәм ылыҫлы урмандарҙа, болондарҙа үҫә, Белорет (Ирәмәл тауы, Әүәләк, Машаҡ һырттары), Дыуан (Ҡаракүл һаҙлығы), Йылайыр (Йылайыр яйлаһы), Күгәрсен (Маяҡтау тауы), Учалы (Бөйҙө а. тирә‑яғы) һ.б. р‑ндарҙа осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019