Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРҠАЙЫМ

Просмотров: 1111

АРҠАЙЫМ, Һынташты мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары комплексы. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙ. — 2‑се мең йыллыҡ башына ҡарай. Силәбе өлк. Александровка ҡасабаһы янында Оло Ҡараған й. (Урал й. ҡушылдығы) һәм уның һул ҡушылдығы Үтәгән буйында урынлашҡан. Арҡайым төбәге исеме м‑н аталған. 1987 й. Силәбе ун‑ты экспедицияһы тарафынан (етәкс. Г.Б.Зданович) асыла һәм 1987—98 йй. өйрәнелә. Нығытылған торама һәм ҡәберлектән тора.

А. торамаһы. Дөйөм майҙаны 20 мең м2 (яҡынса 10 мең м2 ҡаҙылған). Һаҡ системаһы стеналарҙан һәм уратып ҡаҙылған соҡорҙарҙан ғибәрәт. Балсыҡтан, сей блоктарҙан һәм ағастан ҡоролған тышҡы һәм эске һаҡ стеналары (киңлеге 3—5 м, бейеклеге 3—3,5 м) үҙ-ара 5 йәки 7 радиаль стена м‑н тоташҡан. Һаҡ стеналарының эске әйләнәһенә трапеция йәки тура мөйөш рәүешендәге ер өҫтө торлаҡтарының (майҙаны 110—180 м2) тығыҙ рәттәре тоташҡан, уларҙың уртаҡ оҙон стеналары булған. Тышҡы әйләнәлә 40 торлаҡ булған, эскеһендә — 25. Торлаҡтар бүрәнәнән һәм балсыҡ блоктарҙан төҙөлгән. Торлаҡтар эргәһендә хужалыҡ соҡорҙары, ҡоҙоҡтар, көнкүреш усаҡтары һәм бәләкәй металлургия мейестәре урынлашҡан. Эске ҡулсалағы (диам. яҡынса 85 м) торлаҡтарҙың ишеге — үҙәк майҙанға, тышҡы ҡулсалағыларҙыҡы (диам. яҡынса 145 м) түңәрәк урамға сыҡҡан, ул бөтә торлаҡтарҙы һәм торамаға инеү юлдарын үҙәк майҙан м‑н тоташтырған. Түңәрәк урам түшәмәһе аҫтында ағынты һыу ҡоҙоҡтары м‑н ҡойма ямғыр канализацияһы соҡоро табылған. Фаразланыуынса, үҙәк майҙан (27×25 м) йола башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән була. 1978 й. эшләнгән аэрофотоһүрәт материалдары б‑са, тораманы көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан ярым ҡулса итеп уратҡан “өсөнсө стена” барлығы асыҡлана. “Өсөнсө стена” м‑н кәртәләнгән аралыҡта хужалыҡ ҡаралтылары (фаразланыуынса, мал һәм ат һарайҙары) һәм яһалма каналдар үткәрелгән майҙан (130—140×45 м) табылған. Фаразланыуынса, был майҙан сәсеүлек булараҡ файҙаланылған. Торамала керамика (яҡынса 9 мең фрагмент), бронза (билле бысаҡтар, ураҡ-йышҡылар, беҙҙәр, биҙәүестәр), таш һәм һөйәк әйберҙәр, металл ҡойоу ҡалыптары, сүкештәр, һандалдар, соплолар, шлак һ.б. табылған. Халҡы көтөү малсылығы (һыйыр малы һәм ваҡ мал, йылҡы үрсеткәндәр), игенселек, металл эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. Нығытылған үҙәктән 5—6 км радиуста бронза быуатҡа ҡараған күп ҡатламлы яҡынса 6 торама теркәлгән. Шуларҙың береһе (Ташкисеү) өйрәнелгән. Металлургия мейестәре, ҡоҙоғо һәм хужалыҡ соҡорҙары булған етештереү ҡаралтылары табылған.

А. ҡәберлеге. Оло Ҡараған й. һул ярында тораманан төньяҡ-көнсығышҡа табан 1—1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Өҫтөнә балсыҡ өйөлгән йәки ҡәбер өҫтөнә балсыҡ блоктарҙан көмбәҙ (диам. 17—19 м) ҡоролған ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. Өйрәнелгән ҡурғандарҙың (5) һәр береһенең аҫтында 7‑нән алып 20‑гә тиклем ҡәбер булыуы асыҡланған. Яңғыҙ, парлап һәм төркөмләп ерләү осрай. Мәйеттәр ағас япмаһы һәм ергә соҡоп яһалған баҫҡыстары булған тәрән (3,5 м тиклем) ҙур ҡәбер соҡорҙарына бөгәрләнгән килеш, ҡабырғаһына ятҡырып, ерләнгән. Ҡорбан ителгән хайуан (ат, һыйыр малы һәм ваҡ мал, эт) һөйәктәре табылған. Керамика геометрик орнамент м‑н биҙәлгән осло ҡырлы һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙәргә бронза (гарпун, ҡасауҙар, япраҡ рәүешле бысаҡтар, һөңгө осо, ат егеү кәрәк-ярағы, юнғы балталар, биҙәүестәр, беҙҙәр һ.б.), таш (суҡмар һәм уҡ башаҡтары) һәм һөйәк (уҡ башаҡтары) әйберҙәр һалынған. А. материалдары Силәбе ун‑тының археология музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Зданович Г.Б., Батанина И.М. “Страна городов” — укреплённые поселения эпохи бронзы XVIII—XVII вв. до н.э. на Южном Урале // Аркаим: исследования, поиски, открытия. Челябинск, 1995; Аркаим: некрополь (по материалам кургана 25 Большекараганского могильника) /Д.Г.Зданович [и др.]. Кн.1. Челябинск, 2002; Зданович Г.Б., Батанина И.М. Аркаим — “Страна городов”: пространство и образы. Челябинск, 2007.

Г.Б.Зданович

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019