Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРХЕОЛОГИК ҠОМАРТҠЫЛАР

Просмотров: 2150

АРХЕОЛОГИК ҠОМАРТҠЫЛАР, кешелек йәмғиәте тарихын күҙ алдына килтерергә мөмкинлек биреүсе матди сығанаҡтар (кеше тарафынан эшләнгән, ер өҫтөндә, ер һәм һыу аҫтында һаҡланып ҡалған боронғо әйберҙәр, ҡоролмалар, зыяраттар). Археологик тикшеренеүҙәр объекты (ҡара: Археология). А.ҡ. иҫәбенә эш ҡоралдары, торамалар һәм торлаҡтар, ерләүҡомартҡылары; ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр, биҙәүестәр һ.б. инә.

Башҡортостанда иң боронғо А.ҡ. (Айдос, Урта Түбә) б.э.т. 400—100‑сө мең йыллыҡтар м‑н билдәләнә. Торамалар һәм ерләү ҡомартҡылары айырыуса киң таралған. Торамалар 3 типҡа бүленә: торалар, тораҡтар, ҡаласыҡтар. Ҡурған, ҡәберлектәр һәм кәшәнәләр ерләү ҡомартҡыларына ҡарай. А.ҡ. ш. уҡ боронғо тау ҡаҙылма байлыҡтары сығарыу урындары йәки мәғдән табыу карьерҙары (Баҡырүҙәк, Ҡарғалы, Ташҡаҙған руднигы һ.б.), кеше йәшәгән мәмерйәләр һәм ғибәҙәтханалар (Шүлгәнташ, Заповедный ғибәҙәтханаһы, Игнатьев ғибәҙәтханаһы һ.б.), таш һындар (ҡара: Ғүмәр ҡәберлеге, Әҡембәт ҡурғандары), хазиналар (Ҡуғанаҡ хазинаһы, Миловка хазинаһы, Әүрезтамаҡ хазинаһы һ.б.), свай өҫтөнә ҡоролған ҡаралтылар, боронғо юлдар, дольмендар, һынташтар инә.

Бер археологик мәҙәниәткә ҡараған А.ҡ. локаль төркөмдәре археологик комплекстарға (Арҡайым, Биктимер археологик комплексы, Горный археологик комплексы, Ҡараяҡуп археологик комплексы, Мәнәк археологик комплексы, Охлебинин археологик комплексы, Һынташты, Ташйылға археологик комплексы, Ташлы археологик комплексы, Шипов археологик комплексы, Яковлевка археологик комплексы һ.б.) айырыла; төрлө мәҙәниәткә ҡарағандары — археологик микрорайондарға (Байыш археологик микрорайоны, Береговка археологик микрорайоны һ.б.). Башҡортостандың А.ҡ. (3 меңдән ашыу) боронғо (ҡара: Таш быуат, Бронза быуаты, Тимер быуат) һәм Урта быуат тарихы осорҙарын сағылдыра.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019