Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУСҠА КИЛАҺЫ

Просмотров: 853

СУСҠА КИЛАҺЫ, Erysipelothrix insidiosa бактериялары тыуҙырған инфекцион ауырыу. Ауырыу тыуҙырыусы йәшәүгә һәләтлелеген тышҡы мөхиттә бер нисә ай һаҡлай. Бигерәк тә 3–12 айлыҡ сусҡалар тиҙ бирешә, һирәгерәк С.к. йылҡыла, һыйыр малында, һарыҡта, боланда, эттә, күркәлә, өйрәктә һәм кимереүселәрҙә була. С.к. м‑н кеше лә ауырыуы мөмкин. Тыуҙырыусыны таратыусылар – сусҡа (ауырыу һәм бактерия йөрөтөүсе), кимереүсе, ҡош, балыҡ, бөжәк һәм быуынтығаяҡлылар. Ауырыу алиментар юл м‑н мал аҙығы, һыу, йәрәхәтләнгән тире аша йоға. Инкубация осоро бер нисә сәғәттән алып бер нисә аҙнаға тиклем тәшкил итә (ауырыу барышының формаһына ҡарап). Үтә киҫкен, киҫкен, киҫкенгә яҡын (кесерткән биҙгәге) һәм хроник формалары айырыла. Үтә киҫкен формала ауырыуҙың тышҡы билдәләре булмауы мөмкин, мал бер нисә сәғәттән һәләк була. Киҫкен форма осрағында төп симптомдар: биҙгәк, муйында, арҡала һәм тәндең башҡа өлөштәрендә ҡыҙыл таптар, эске ағзаларға ҡан һауыу, талаҡтың ҙурайыуы; киҫкенгә яҡын формала – биҙгәк, тирелә төрлө формалағы зәңгәрһыу‑ҡыҙыл шештәр; хроник формала – тире некроздары, артриттар, эндокардит. Диагностика өсөн эпизоотологик, клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Киҫкен һәм киҫкенгә яҡын формаларҙы дауалағанда килаға ҡаршы гипериммун сыворотка, антибиотиктар файҙаланыла. Ауырыуҙың хроник формаһы булған малды һуйыуға тапшыралар. Иҫкәртеү: биналарҙы дезинфекциялау, кимереүселәрҙе юҡ итеү, сусҡаларҙы 1,5—2 айлыҡ осорҙан алып үҙ ваҡытында даими вакцинациялау. 2005– 07 йй. респ. аҫралған малдарҙа ауырыу теркәлмәгән.

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019