Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДУЛЛА ДӘҮЛӘТШИН

Просмотров: 1675

АБДУЛЛА ДӘҮЛӘТШИН (1813, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Түбәнге Себенле а., хәҙ. Ырымбур өлк. ш. уҡ исемле р‑ны Себенле а., — яҡынса 1883), кантон башлығы, подполковник (1856). Хиуа походында (1839—40) ҡатнашыусы. Урыҫ, ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. 1830 й. алып хәрби хеҙмәттә. Түбәнге Себенле а. һәм Сәйет биҫтәһендә мулла, ахун. 1841 й. 10‑сы (1847 й. тиклем — 9‑сы) башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1842—50 йй. һәм 1852 й. — идарасыһы. 1851—52 йй. Башҡорт‑мишәр ғәскәренең йылҡысылыҡ з‑ды идарасыһы. 1852 й. алып 10‑сы башҡ. кантоны башлығы. 1856 й. “башҡорт депутацияһы” составында Александр II тәхеткә ултырыу тантанаһында ҡатнашҡан, миҙал м‑н бүләкләнгән. А.Д. “Абдулла ахун” йыры бағышланған.

Әҙәб.: Чернов И.В. Заметки по истории Оренбургской губернии генерал-майора И.В.Чернова. Оренбург, 2007.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019