Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЗАМАТОВТАР

Просмотров: 1074

АЗАМАТОВТАР, идара итеүҙең кантон системаһы осоро эшмәкәрҙәре. Силәбе өйәҙе Атъетәр а. (Ҡурған өлк. Сафакүл р‑ны) мишәрҙәренән.

Билдәлеһе: Ихсан А. (1772—?), 1‑се мишәр кантоны башлығы.

Уның улдары: Шаһишәриф А. (1797—?), зауряд‑яҫауыл (1819), 1835 й. алып 5‑се (1847 й. башлап 6‑сы) башҡ. кантоны башлығы; Мөхәмәтшәриф А. (1800—?), зауряд‑сотник (1825), 1832—34 йй. һәм 1847 й. 1‑се мишәр кантонының йорт старшинаһы, 1847 й. алып 6‑сы башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1851—55 йй. йорт старшинаһы; Мирхәйҙәр А. (1810—?), зауряд‑сотник (1853), 1836—42 йй. 3‑сө башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1847 й. башлап башлығы, 1851 й. — 6‑сы башҡ. кантоны башлығы (уға “Азаматов кантон” исемле башҡ. йыры бағышланған); Мөжәһит А. (1815—?), зауряд‑хорунжий, 1‑се мишәр кантоны башлығы ярҙамсыһы.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019