Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘЛӘБӘЙ КАНТОНЫ

Просмотров: 1029

БӘЛӘБӘЙ КАНТОНЫ, 1922 й. 18 июлендә БАССР составында Бәләбәй өйәҙенең 44 улусынан ойошторола. Төньяҡта — Бөрө кантоны, көнсығышта — Стәрлетамаҡ кантоны һәм Өфө кантоны, көньяҡта — Ырымбур губернаһы, көнбайышта Һамар губернаһы һәм ТАССР м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Бәләбәй ҡалаһы. Майҙаны — 22996 км2. Халҡы: 1920 й. — 629756 кеше, 1926 — 556681 (башҡорттар — 118152, белорустар — 2585, мариҙар — 8876, мишәрҙәр — 8981, мордвалар — 13588, немецтар — 3201, сыуаштар — 40781, татарҙар — 181925, типтәрҙәр — 1813, украиндар — 31469, урыҫтар — 142470 һ.б.). 1922 й. 5 окт. Покровка һәм Фёдоровка улустары Стәрлетамаҡ кантонына күсә. 1923 й. 10 февр. Б.к. Туҡ‑Соран кантоны ҡушыла. 1924 й. 21 окт. Туҡ-Соран улусы Ырымбур губ. күсә. БашҮБК Президиумының 1923 й. 10 февр. ҡарары м‑н Б.к. терр‑яһында 17 улус, Бөтә Рәсәй ҮБК-ның 1924 й. 15 дек. һәм 1926 й. 14 июнендәге декреттары м‑н 19 улус ойошторола. Башлыса а.х. үҫешкән була. 1927 й. һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең га) 554,5 тәшкил итә, ш. иҫ. арыш сәсеүлеге — 206,6, бойҙай — 117,9, һоло — 95,4, тары — 42,1, ҡарабойҙай — 39,7, картуф — 15,5, киндер — 3,9; һыйыр малы һаны — 277415 баш, йылҡы — 170298, һарыҡ — 601449, кәзә — 28640, сусҡа — 29315. Бәләбәй спирт-араҡы һәм Знаменка араҡы ҡыуыу з‑дтары (ҡара: Бәләбәй спирт-араҡы комбинаты), күн заводы, буҫтау ф‑каһы эшләй. 87 баҙар була (1926). 1‑се баҫҡыс 524 мәктәп (уҡытыу башҡ. телендә — 106, мари — 7, мордва — 15, немец — 1, сыуаш — 39, татар — 194, удмурт — 1, урыҫ — 159, эстон телендә 2 мәктәптә алып барыла; 1926); китапхана һәм 29 уҡыу өйө (1929); 14 дауахана һәм 18 амбулатория (1930) иҫәпләнә. 1930 й. 20 авг. кантон бөтөрөлә, терр‑яһы Баҡалы (Баҡалы, Ҡорос, өлөшләтә Рәжәп һәм Шаран улустары), Бәләбәй (өлөшләтә Бәләбәй, Йәрмәкәй, Соҡаҙытамаҡ, Үрге Троицк, Ыҫлаҡ), Бишбүләк (өлөшләтә Бишбүләк, Елдәр, Приют, Ыҫлаҡ), Бүздәк (өлөшләтә Ахун, Бүздәк, Соҡаҙытамаҡ), Дәүләкән (Дәүләкән, өлөшләтә Бүздәк, Әлшәй), Ҡырғыҙ-Миәкә (Ҡырғыҙ-Миәкә, өлөшләтә Елдәр, Ыҫлаҡ, Әлшәй), Приют (өлөшләтә Бәләбәй, Йәрмәкәй, Приют), Туймазы (өлөшләтә Аҙнағол, Ахун, Бүздәк, Соҡаҙытамаҡ, Үрге Троицк, Шаран), Саҡмағош (Саҡмағош, өлөшләтә Рәжәп улустары) административ райондары составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков


Карта Белебеевского кантона (1926)

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019