Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОҒОРОСЛАН БИҪТӘҺЕ

Просмотров: 905

БОҒОРОСЛАН БИҪТӘҺЕ, 1748 й. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Оло Кинәле й. уң ярында уға Тарханка й. ҡойған ерҙә нигеҙ һалына. Биҫтәгә дәүләт крәҫтиәндәре, отставкалағы түбән дәрәжәле хәрбиҙәр, һөргөнгә ебәрелгән, күсеп килгән кешеләр урынлаштырыла. Халыҡтың төп кәсебе йәшелсәселек һәм умартасылыҡ була. Йыл һайын яҙын (Пасханан бер аҙна алда) һәм көҙөн (1—7 сент.) йәрминкәләр үткәрелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда Б.б. 1774 й. февр. тиклем Ырымбур губернаһының баш күтәреүселәр хәрәкәте үҙәктәренең береһе була. Биҫтә халҡының төп өлөшө Г.Д.Давыдовтың баш күтәреүсе отрядына инә. Б.б. Берда баш күтәреүселәр үҙәгенә 1 мең сирек тирәһе иген оҙатыла. Өфө наместниклығын ойоштороу т‑дағы 1781 й. указға ярашлы, Б.б. өйәҙ ҡалаһы (ҡара: Боғорослан) статусын ала һәм Боғорослан өйәҙенең үҙәгенә әүерелә.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: