Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АКИМОВА Мария Степановна

Просмотров: 1106

АКИМОВА Мария Степановна (21.3.1915, Владимир губ. Глухов а. — 1971, Мәскәү), антрополог. Тарих ф. канд. (1942). МДУ‑ны тамамлаған (1940), 1944 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре Волга буйы, Көньяҡ Урал һәм Урал аръяғы халыҡтары расогенезы һәм этногенезы проблемаларына арналған. БАССР‑ға һәм Силәбе өлк. антропологик экспедициялар (1963—65, 1967) ойоштора, унда дерматоглифик, серологик, соматологик программалар б‑са 1250 башҡортто тикшерә (ҡара: Антропология). А. башҡ. халҡының 4 антропологик тибы булыуын билдәләй, палеоантропологик материал нигеҙендә башҡорттарҙы Көньяҡ Уралдың 1‑се мең йыллығында йәшәгән халыҡтың генетик тоҡомо булыуы т‑да һығымта яһай. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Антропология древнего населения Приуралья. М., 1968; Этногенез башкир по данным антропологии //Археология и этнография Башкирии. Т.4. Уфа, 1971.

Р.М.Йосопов

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019