Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙЛАР

Просмотров: 1060

БАЙЛАР, байләр, байҙар, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ҡалмыш, салағош, сураш. Тамғалары: . Этник яҡтан монгол һәм Үҙәк Азия, Алтай төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Байлар” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, монголдарҙа, уғыҙҙарҙа, үзбәктәрҙә билдәле. Б. (айырыуса сураш ырыуы) формалашыуына уларҙың үҫәргән ҡәбиләһе араһында булыуы йоғонто яһай. 1‑се мең йыллыҡ аҙағында Б. Дим, Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) йй. үрге ағымында урынлаша. 13—14 бб. Ыҡ, Минзәлә (Кама й. басс.) йй. түбәнге ағымына, салағош ырыуы Кама й. уң яҡ ярына, уға Иж й. ҡойған ергә, күсенә. 16 б. ҡарай байларҙар Ыҡ й. басс. төпләнә, унда бүләр, гәрә, ирәкте, йылан, йәнәй, ҡырғыҙ, юрмый ҡәбиләләре м‑н күрше була; бер өлөшө — Ялан Зәй й. (Кама й. ҡушылдығы) буйлап, ҡалғандары Иж й. тамағында урынлаша. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Ҡазан даруғаһының Байла(ә)р улусын тәшкил итә. Бында, П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 18 б. уртаһында 561 йорт була. 18—19 бб. аҙағында Б. йәшәгән терр‑я — Бөгөлмә өйәҙенә, Бәләбәй өйәҙенә һәм Минзәлә өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 11‑се һәм 12‑се башҡ. кантондарына (19 б. 40‑сы йй. башына ҡарата) ҡарай. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр БР‑ҙың Илеш, Йәрмәкәй һәм Туймазы р‑ндарына, ТР‑ҙың Алабуға, Аҡтаныш, Баулы, Минзәлә, Норлат, Сарман, Туҡай һәм Әгерже р‑ндарына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019