Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮК ҠАРҒА

Просмотров: 853

КҮК ҠАРҒА (Coracias garrulus), күк ҡарға һымаҡтар отрядының күк ҡарғалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала, Африканың көньяҡ өлөшөндә, Көньяҡ Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 30—34 см, ауырлығы 100—190 г, ҡанатының ҡоласы 62—73 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡаты, йәшкелт зәңгәр төҫтә, арҡаһы ерәнһыу көрән. Суҡышы тура, ян-яҡтан ҡыҫылған, осо бер аҙ ырғаҡ рәүешле. Ҡанаты киң, осо ҡара төҫтә. Аяғы ҡыҫҡа. Ҡойроғо зәңгәрһыу күк. Енси диморфизм хас түгел. Моногам. Парлап йәки бәләкәй туп булып ағас ҡыуышында, ҡаяла, ҡаралтыларҙа оя ҡора йәки текә яр буйҙарында, йырындарҙа өң ҡаҙа. 3—7, йышыраҡ 5 аҡ йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 18—19 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Бөжәктәр, тәлмәрйендәр, кеҫәрткеләр, ҡош балалары, ваҡ кимереүселәр, еләктәр менән туҡлана. Һирәк урмандарҙа, далала, ҡырҡындыларҙа йәшәй. Башҡортостандың Урал алдында (Бишбүләк, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр райондары) һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяғында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.03.2023