Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯР ҠАРЛУҒАСЫ

Просмотров: 906

ЯР ҠАРЛУҒАСЫ, к е р ә ш ә (Apus apus), яр ҡарлуғасы һымаҡтар отрядының керәшәләр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның уртаса һыҙатында таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 16—18 см, ауырлығы 30—56 г, ҡанат йәйеме 42—48 см. Ҡауырһыны тығыҙ, ҡара‑көрән төҫтә, тамағы аҡһыл. Башы ҙур, яҫы. Суҡышы ҡара, ҡыҫҡа, киң, бер аҙ ялпаҡланған; ауыҙы ҙур. Ҡанаттары оҙон, осло. Аяҡтары дүрт бармаҡлы, ҡара; тырнаҡтары үткер. Ҡойроғо ҡыҫҡа, тәрән уйымлы. Моногам. Парлап йәки колониялар менән ҡая тарлауыҡтарында, текә ярҙарҙа, ҡаралтыларҙа, ағас ҡыуыштарында оя ҡора. Ояһын төкөрөгө менән беркетелгән ваҡ үләндән, йөндән, мамыҡтан яһай. Ояла аҡ төҫтәге 2—3, һирәк осраҡта 4 йомортҡа була. Инә һәм ата ҡош 18—27 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө ҡош. Бөжәктәр менән туҡлана. Башҡортостанда урмандарҙа, кеше йәшәгән урындарҙа, дала һәм урман‑дала зоналарында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.03.2023