Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФИН Хәлил Мәсғүт улы

Просмотров: 1102

САФИН Хәлил Мәсғүт улы [1.7.1963, БАССР‑ҙың Әбйәлил районы Ҡолғана а. (БР‑ҙың Бөрйән районы)], инженер‑гидротехник. БР ФА академигы (2016), ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2006). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2017). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй. 1986 й. алып Әбйәлил районында: комсомол һәм партия эшендә, 1990 й. — Әлмөхәмәт ауыл советының башҡарма комитеты рәйесе, 1992 й. башлап “Ҡыҙылъяр” крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы, 1994 й. — “Әбйәлил” тәжрибә‑производство хужалығы директоры. 1996 й. алып Башҡортостан ауыл хужалығы ҒТИ‑нда өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2000 й. лаборатория, 2011—13 йй. бүлек мөдире, 2000—06 йй. һәм 2007—08 йй. БР Ауыл хужалығы министрлығының фән һәм тышҡы бәйләнештәр бүлеге, 2006—07 йй. — үҫемлекселек бүлеге начальнигы, 2008 й. башлап БДАУ‑ҙың ер төҙөлөшө кафедраһы мөдире, 2013 й. алып БР ФА‑ла (2015 й. — биология һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлегенең академик‑секретары). Фәнни тикшеренеүҙәре мал аҙығы культураларын һуғарылған һәм боғара ерҙәрендә үҫтереү технологияһын оптималләштереүгә, ауыл хужалығы зоналары буйлап оптималь һуғарыу нормаларын эшләүгә, игенселектең тупраҡ һаҡлаусы технологияларын БР шарттарына яраҡлаштырыуға арналған. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2021).

Хеҙм.: Ресурсосберегающие технологии в мелиорации земель Башкортостана. Уфа, 2000 (авторҙ.); Сенокосы и пастбища Урала. Ярославль, 2002 (авторҙ.); Сберегающие технологии земледелия No-till и Strip-till: теория и практика внедрения. Уфа, 2021.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.09.2022
Шәхестәр: