Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТУЛОВА Ольга Петровна

Просмотров: 568

СТУЛОВА Ольга Петровна (11.6.1915, Әстерхан губернаһы Үрге Баҫҡынсаҡ станцияһы ҡсб — 11.3.1995, Өфө ҡ.), морфолог. Биология фәндәре докторы (1969), профессор (1971). Һарытау университетын тамамлағандан һуң (1937) Бөтә Союз иген хужалығы институтында (Һарытау ҡ.), 1939 й. алып Куйбышев медицина институтында, 1962 й. — ауыл хужалығы институтында (1969 й. башлап хайуандар анатомияһы һәм физиологияһы кафедраһы мөдире) эшләй; 1978 й. алып БДУ‑ла уҡыта (1980—85 йй. зоология кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге кешенең һәм ҡайһы бер хайуандарҙың депрессор нервыларын өйрәнеүгә, депрессор һәм арҡа мейеһендә барлыҡҡа килеүсе афферент үткәргестәрҙе йөрәк өлкәләре һәм ҡатламдары буйынса бүлеүгә, имеҙеүселәрҙең гиҙеүсе нервыһының топографияһына арналған.

  Хеҙм.: Полисегментность в спинно‑мозговой иннервации сердца — как компенсаторно‑приспособительный механизм //IX Всесоюзный съезд анатомов, гистологов и эмбриологов. Минск, 1981.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022