Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАЯГӨЛ

Просмотров: 565

ФАЯГӨЛ (Polemonium), фаягөл һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 40‑тан ашыу төрө билдәле, башлыса Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, шулай уҡ Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда зәңгәр Ф. үҫә. Тарбаҡланмай торған ҡыҫҡа йыуан тамырһабаҡлы һәм күп һанлы оҙон нескә тамырҙары булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тарбаҡлы, өҫкө өлөшөндә биҙле‑төклө, бейеклеге 40—120 см. Япрағы сиратлы, аҫҡыһы оҙон һаплы, өҫкөһө — ултырма, ишһеҙ, уларҙың өлөштәре оҙонса ланцет формаһында, осло. Сәскәләре ҡуйы зәңгәр, һирәк осраҡта аҡ төҫтә, тажы тәгәрмәс‑ҡыңғырау формаһында. Сәскәлеге — ҡалҡан рәүешле һепертке. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — 3 ҡапҡаслы ҡумта, август—сентябрҙә өлгөрә. Республиканың бөтә территорияһында һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, дымлы болондарҙа, урман аҡландарында, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Составында сапониндар, флавоноидтар бар, медицинала ҡулланыла. Декоратив үҫемлек, баллы үҫемлек.

Л.М.Абрамова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.05.2023
Связанные статьи: