Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЫМА КҮРӘН

Просмотров: 678

ШЫМА КҮРӘН (Juncus), шыма күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 250‑нән ашыу төрө билдәле, баш­лыса ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәттәрендә, ш. уҡ бейек тау тропиктарында һәм субтропиктарында таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә: альп Ш.к., быуынлы Ш.к., ҡара Ш.к., өймәксәскә Ш.к., әрмәнде Ш.к. һ.б. Йәйелеүсән йәки ҡуйы кәҫле тамырһабаҡтары булған бер һәм күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары ҡыуыш эсле, яңғыҙ йәки күп, төҙ, күбеһе цилиндрик, бейеклеге 15—100 см тиклем. Япраҡтары цилиндрик, ярым цилиндр формаһында, улаҡлы, яҫы, яланғас йәки тәңкә рәүешле. Сәскәләре ваҡ, яңғыҙ йәки сәскә яны япраҡтарынан торған дөйөм урамалы шәлкемдәрҙә урынлашҡан, ике енесле, һеркәстәре башлыса 6 йәки 3, емешлеге 1. Сәскәлектәре башлы, һепертке башлы, башаҡ кеүек. Май—авг. сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Тәлмәрйен Ш.к. һыу ятҡылығы ярҙарында, һыубаҫар болондарҙа, еп Ш.к. һаҙланған болондарҙа, өймәк Ш.к., тарбаҡлы Ш.к. һаҙлыҡтарҙа, ялпаҡ Ш.к. дымлы болондарҙа, респ. бөтә терр‑яһындағы юл ситтәрендә, бүленгән Ш.к. бейек тау тундраһында (Егәлгә, Ирәмәл, Машаҡ тауҙары) үҫә. Үреү, декора­тив үҫемлектәр. Составында кумариндар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.03.2024