Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАЛАЛАР

Просмотров: 1594

ДАЛАЛАР, кәҫлек ҡыяҡлылары һәм күрәндәре өҫтөнлөк иткән үлән ксерофиттары төркөмдәренән торған үҫемлектәр донъяһы тибы. Башҡортостан Д. үҫемлектәр япмаһы нигеҙен кәҫлек ҡыяҡлылары (бүтәгә, Залесский ҡылғаны, сүл һолобашы һ.б., һылыу ҡылған) тәшкил итә, улар м‑н төрлө Д. үләндәре (башаҡлы юшан, урыҫ бөрмәкәйе, ябай ерек ҡураһы һ.б.) һәм ҡуҙаҡлылар (астрагал, йылҡы борсағы, ҡыйыҡтаж, люцерна төрҙәре, тау клеверы һ.б.) берләшә. Д. төркөмдәре составында ҡыуаҡлыҡтар (ҡырлы тубылғы, ҡыуаҡлы сейә, ҡыуаҡлы селек, тәпәш миндаль һ.б.) үҫеүе мөмкин. Д. төр байлығы 80—100 төр/100 м2 етә. 18—19 бб. ҡара тупраҡлы тигеҙлек Д. күпселек өлөшө һөрөлә, 20 б. 60‑сы йй. сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергәндә юҡ ителә. Д. төп массивтары (көньяҡ битләүҙәрҙәге ҙур булмаған урындарҙа) Башҡортостандың Урал аръяғында һәм Башҡортостандың Урал алдында һөрөргә яраҡһыҙ ерҙәрҙә һаҡланып ҡала. Д. күп өлөшө өлгөрмәгән ташлы тупраҡҡа тура килә, шул сәбәпле уларҙың составында — петрофиттар (саталы ҡоторма, себер суҡмарбашы, үтә ябай оносма, ҡанүлән төрҙәре һ.б.), тау тоҡомдары сыҡҡан урындарҙа ҡуян кәбеҫтәһе һәм энәле ҡәнәфер өҫтөнлөк итә. Урман‑дала зонаһында, бигерәк тә Башҡортостандың Урал аръяғының төньяҡ өлөшөндә һәм респ. төньяҡ‑көнсығышында Д. дөйә ҡылған, тар япраҡлы ҡылған һәм болон төрҙәре (болон клеверы, дарыулы ҡырҡъяпраҡ, сысҡан кәрешкәһе, ябай аҡ сәскә һ.б.) үҫкән төньяҡ варианты таралған. Башҡортостандың Урал аръяғының көньяҡ өлөшө Д. Лессинг ҡылғаны осрай, үлән төрлөлөгө кәмей; уның тигеҙлек өлөшөндә Лерх әреме һәм татыр үләне үҫкән тоҙло Д. таралған. Үләндәргә бай, әммә үлән төрҙәре аҙ (40‑тан аҙыраҡ төр) булған реликт тау Д. үҙенә башҡа варианты Башҡортостан ҡурсаулығы терр‑яһында осрай. 70—80‑се йй. респ. Д. байтаҡ өлөшө күпләп мал көтөү арҡаһында боҙола, был көтөүлек дигрессияһына һәм үҫемлек төркөмдәрендә бүтәгәнең, ваҡ әремдең, ялбыр ҡылғандың өҫтөнлөк итеүенә килтерә. 90‑сы йй. мал кәмеүе һәм уңдырышһыҙ һөрөнтө ерҙәрҙе ҡулланылыштан сығарыу иҫәбенә тәбиғи мал аҙығы ерҙәре майҙанын арттырыу һөҙөмтәһендә Д. тергеҙеү процесы (мал көтөүҙән һуңғы демутация) башлана. Респ. Д. үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән 70‑кә яҡын һирәк төрө (муртыҡ арышбаш, Коржинский татлы тамыры, шырт еҙүлән, Биберштейн тюльпаны һ.б.) үҫә.

Әҙәб.: Крашенинников И.М., Кучеровская-Рожанец С.Е. Природные ресурсы Башкирской АССР. Т. 1. Растительность Башкирской АССР. М.; Л., 1941; Жудова П.П. Геоботаническое районирование Башкирской АССР. Уфа, 1966.

Б.М.Миркин, С.М.Ямалов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019