Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРГЕЕВ Леонид Иванович

Просмотров: 1260

СЕРГЕЕВ Леонид Иванович (9.11.1909, Һарытау губернаһы Полчаниновка а. — 16.3.1976, Өфө ҡ.), үҫемлектәр физиологы. Биология фәндәре докторы (1954), профессор (1957). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау иген культуралары институтын тамамлаған (1930). 1936—42 йй. Фирғәнә педагогия институтының (Үзбәк ССР‑ы) ботаника кафедраһы мөдире. 1946 й. алып Никита ботаника баҡсаһының (Ялта ҡ.) өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1949 й. — фән буйынса директор урынбаҫары. 1955 й. алып Биология институтында ботаника секторы мөдире, лаборатория мөдире, 1974 й. алып Биология һәм цитохимия бүлегендә (Өфө ҡ.) лаборатория мөдире, 1975 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр. С. тарафынан интродукцияланған ағас үҫемлектәренең миҙгелле структур‑метаболик ритмдары тураһында концепция эшләнә. Ағас үҫемлектәренең тирә-яҡ мөхиттең уңайһыҙ шарттарына адаптация механизмдарын өйрәнә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнгән (1949, 1954).

  Хеҙм.: Выносливость растений. М., 1953; Химическая прополка посевов, лугов и пастбищ. Уфа, 1958 (авторҙ.); Морфофизиологическая периодичность и зимостойкость древесных растений. Уфа, 1961 (авторҙ.).

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.08.2022