ҺӨЙӨНДӨКОВ Йәлил Төхвәт улы
ҺӨЙӨНДӨКОВ Йәлил Төхвәт улы (20.9.1960, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Үрге Мәмбәт а.), эколог. БР ФА академигы (2016), биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. 1990 й. алып Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы ғилми‑тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1994 й. башлап БДПИ‑ның Сибай филиалында өлкән уҡытыусы, 1996 й. — директор. 1998 й. алып (өҙөклөк менән) БДУ‑ның Сибай институтында: социаль‑иҡтисади һәм кадрҙар эше буйынса директор урынбаҫары, 1999 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2001 й. — ситтән тороп уҡыу бүлеге буйынса директор урынбаҫары, 2009—15 йй. уҡытыусы, 2017 й. алып фәнни эш буйынса директор урынбаҫары; бер үк ваҡытта 2004 й. башлап БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының ғилми‑тикшеренеү үҙәге директоры. 2009—13 йй. БДАУ‑ҙың Урал аръяғы филиалы директоры (икеһе лә — Сибай ҡ.). Фәнни тикшеренеүҙәре экология проблемаларына, тәбиғәт ресурстарына, тупраҡтың уңдырышлылығын тергеҙеүгә, Башҡортостандың Урал аръяғындағы ҡара тупраҡтың гидро‑ һәм фитомелиорацияһына арналған. Һ. ҡатнашлығында дала игенселеген экологиялаштырыуҙың төп принциптары эшләнә. Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (2019).
Хеҙм.: Экология пахотных почв Зауралья Республики Башкортостан. Уфа, 2001; Фитомелиоративная эффективность многолетних трав на чернозёмах Зауралья Республики Башкортостан. Уфа, 2007 (авторҙ.). Агроэкологический анализ структурного состояния и оптимизация свойств чернозёмов Зауралья при фитомелиорации. Уфа, 2016 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова