Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕЛЕНОМУСТАР

Просмотров: 723

ТЕЛЕНОМУСТАР (Telenomus), яры ҡанатлылар отрядының йомортҡа ашаусылар ғаиләһенә ҡараған бөжәктәр заты. Бер нисә йөҙ төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. БР‑ҙа левискулус Т. — балдаҡлы ебәк күбәләге йомортҡаларының паразиты йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо яҡынса 1 мм. Кәүҙәһе ҡара төҫтә. Инә бөжәктәрҙең мыйыҡтары суҡмар рәүешле, аталарыныҡы — еп һымаҡ. Йомортҡаларын хужа бөжәктең йомортҡаһы эсенә һалалар. Осло сәйнәгесле һәм ҡойроҡ өҫтәмәле ҡарышлауыҡтары хужа йомортҡаһында яҡынса 11 ай була (ебәк күбәләгенең эмбрионын боҙа). Ҡурсаҡҡа әүерелеп бөтмәгән формалар ҡышлай. Яҙын йомортҡа ашаусылар сатыр һымаҡтар һәм роза һымаҡтарҙың таты менән туҡлана, сөнки улар өҫтәлмә аҙыҡҡа мохтаж була. Бер йыл эсендә 1 быуын үҫешә. Көндөҙ әүҙем. Хужа бөжәк йәшәгән урындарҙа осрай. Зарарлы бөжәктәрҙең һанын көйләй. Левискулус Т. балдаҡлы ебәк күбәләге менән көрәшеү өсөн ҡулланыла.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.11.2022