Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨЙРӘКТӘР

Просмотров: 1932

ӨЙРӘКТӘР, ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош заттары төркөмө. 116 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 20‑нән ашыу төрө осрай (керелдәк сөрәгәй, һоро өйрәк, һуна өйрәк һ.б.). Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 34‑тән алып (керелдәк сөрәгәй) 76 см тиклем (ҡылғойроҡ), ауырлығы — 1,9 кг тиклем (ҡарасабан). Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ һәм ҡуйы, мамыҡ ҡапламы үҫешкән; һыуланыуҙан һаҡлау өсөн ҡауырһындарын ҡоймос биҙенең майы м‑н ныҡлап майлайҙар. Инә ҡоштарҙың төҫө көрәнһыу, сыбар, аталарыныҡы — сағыу, контраслы. Күпселек төрҙәрҙең ҡанаттарында ялтыр тап — “көҙгө” бар. Суҡышы йәйенке, мөгөҙ пластинкалы. Аяғы ҡыҫҡа, бер-береһенән алыҫ урынлашҡан; өс алғы бармағы йөҙөү ярыһы м‑н тоташҡан. Полигамдар. Ғәҙәттә ерҙә, ҡайһы бер төрҙәре ағас ҡыуыштарында (аҡсабан, боған, ҡушы өйрәк) йәки бурһыҡтарҙың, төлкөләрҙең иҫке өңдәрендә, ҡаралтыларҙа (аласабыр, ҡыҙыл өйрәк) оя ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығаралар, 6—12 аҡ, йәшкелт, ерән төҫтәге йомортҡа һалалар. Инә ҡош 22—35 көн баҫа. Умыртҡаһыҙҙар, үләндәрҙең вегетатив өлөштәре һәм орлоҡтары м‑н туҡланалар. Күпселеге һыу ятҡылыҡтары тирәһендә йәшәй. Күп Ө. — кәсеп һәм спорт һунары объекттары. Аҡсабан, боған, ҡарасабан, ҡушы өйрәк, ҡыҙыл өйрәк — БР‑ҙың, мәрйенгүҙ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

 Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.03.2023