Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УСНЕЯ

Просмотров: 751

УСНЕЯ (Usnea), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың субарктик, уртаса бүлкәттәрендә һәм Үҙәк Америкала таралған. Башҡортостанда һаҡаллы У., еп һымаҡ У., яланғас У. һәм башҡа 11 төрө үҫә. Талломдары тармаҡлы, тырпайып йәки бер аҙ һалынып тороусан, ныҡ тармаҡланған, һорғолт йәки һарғылтйәшел төҫтә, төбөндә (гомф) төп ботағы ҡара төҫтә; үҙәк өлөшөндә үҙ-ара тығыҙ тоташҡан гифтарҙан барлыҡҡа килгән бау бар. Таллом ботаҡсалары цилиндр формаһында, оҙонлоғо 0,05–2 м, ҡайһы берҙә ҡыҫылған йәки соҡорло, тышҡы ҡатламы бөтөн йәки ярғыланған, шыма йәки ҡытырҙар, төйөрсөктәр, фибриллалар м‑н ҡапланған. Ботаҡтарының өҫтөндә һәм соралдарында (соредия тупланмаһы) күп һанлы ҡыҫҡа изидиялар, ҡайһы берҙә көрәк остарында — апотециялар үҫешә. Соредиялар, һирәгерәк таллом киҫәктәре ярҙамында үрсей. Ылыҫлы ағастарҙың олондарында һәм ботаҡтарында үҫә. Васмут У., лапландия У., сәскәле У. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән, Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркы, Башҡорт ҡурсаулығы, Шүлгәнташ ҡурсаулығы, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы терр‑яһында һаҡлана.

С.Е.Журавлёва

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019