УРМАН КӨЛӘПӘРӘҺЕ
УРМАН КӨЛӘПӘРӘҺЕ (Sanicula), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, башлыса Евразияның һәм Американың уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда урал У.к. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы яңғыҙар, ябай, бейеклеге 30—60 см. Япрағы оҙон һаплы, 3—5 бүлемле, эрерәк, төбөнә тиклем тиерлек ирекле урта һәм төбөндә ҡушылып үҫкән ситке өлөштәре бар. Өлөштәре өс айырсалы, ситтәре тешле‑киртләсле. Сәскәһе йәшкелт аҡ төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө, тышҡылары — һеркәлек, сәскә һаптарында, эскеләре — ике енесле, ултырма, шар рәүешле сатырҙарҙа урынлашҡан. Урамаһы һәм ваҡ урамаһы бер нисә япраҡсанан тора. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — һалынҡы емеш, йомортҡа‑шар рәүешле, ырғаҡ һымаҡ төктәр менән ҡапланған, июль—августа өлгөрә. Киң япраҡлы шыршы һәм киң япраҡлы ҡарағай урмандарында үҫә. Өфө яйлаһында (Асҡын, Дыуан һәм Ҡариҙел райондары) осрай. Составында сапониндар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
А.Ә.Мулдашев
Тәрж. Г.А.Миһранова