Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛ ЯПРАҒЫ

Просмотров: 905

ЮЛ ЯПРАҒЫ (Plantago), юл япрағы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 260‑тан ашыу төрө билдәле, тропик бүлкәттәрҙән тыш бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 10 төрө үҫә: дала Ю.я., ланцет Ю.я., татырлыҡ Ю.я., уртансы Ю.я. һ.б. Яланғас йәки төклө күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары тамыр яны япраҡтары розеткаһы булған төбөнән күтәрелеүсе уҡ рәүешле йәки тарбаҡлы, япраҡлы, бейеклеге 15—70 см тиклем. Япраҡтары ҡыяҡ, ланцет, киң эллипс йәки йомортҡа формаһында, һаплы. Сәскәләре ваҡ, 4 быуынлы, күркһеҙ, аҡ, ал, һарғылт йәки ҡуңыр төҫтә, ҡуйы башаҡҡа йәки башҡа йыйылған. Май—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — ҡумта, август—сентябрҙә өлгөрә. Торлаҡ янында, юл буйҙарында, болондарҙа, аҡландарҙа, йылға туғайҙарында, ҡайһы бер төрҙәре тоҙло тупраҡта, далаларҙа үҫә. Республиканың бөтә территорияһында тиерлек таралған, ҡытыршы Ю.я. Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Крашенинников Ю.я. Хәйбулла районында осрай. Күп Ю.я. ҡый үләндәре булып тора. Ҙур Ю.я. — дарыу үҫемлеге, культурала уның ҡуйы ҡыҙыл япраҡлы формаһы үҫтерелә. Эндемик булған Крашенинников Ю.я. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.М.Абрамова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.02.2024