Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҪАҠ БӘШМӘГЕ

Просмотров: 774

УҪАҠ БӘШМӘГЕ, базидиомицеттар класының лекцинум затына ҡараған бәшмәктәрҙең бер нисә төрө. Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда һарғылт һоро, йәки ҡыҙғылт һоро У.б. һәм ҡыҙыл У.б. үҫә. Эшләпәләренең диам. 30 см тиклем, тәүҙә сите һабына ныҡлап һырынған ярымшар формаһында, һуңынан ситтәренән тиресә һалынып торған мендәр рәүешендә, ҡыҙыл‑һары һәм ерән‑ҡыҙыл төҫтә, һарғылт һоро У.б. — асығыраҡ Гименофоры тоноҡ аҡ йәки һорғолт төҫтә, ваҡ йомро күҙәнәкле. Һабының оҙонлоғо 8–15, ҡалынлығы 1,5–3 см, цилиндр формаһында, ҡайһы берҙә төбөнә табан киңәйә, һорғолт аҡ төҫтә, аҡ, һуңынан һоро тәңкәләр, һарғылт һоро У.б. һоро, һуңынан ҡара төҫтәге тәңкәләр м‑н ҡаплана. Итсәһе тығыҙ, аҡ төҫтә, һынған урынында күк төҫкә инә. Спора онтағы ҡыҙғылт көрән төҫтә. Уҫаҡ, һирәгерәк — ҡайын, имән, ҡарағай һ.б. м‑н микоризаға инә. Ҡыҙыл У.б. япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, һарғылт һоро У.б. ғәҙәттә респ. бөтә терр‑яһында ҡайынлыҡтарҙа һәм ҡайын м‑н ҡатнаш урмандарҙа үҫә; июндән сент. тиклем осрай. Ашарға яраҡлы бәшмәк.

И.Е.Дубовик

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: