Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘКӘРЛЕ ТАМЫР

Просмотров: 534

ШӘКӘРЛЕ ТАМЫР (Sium), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 10—15 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Америкала таралған. Башҡортостанда киңъяпраҡ Ш.т. һәм татлы Ш.т. үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары ҡытыршы, өҫкө өлөшөндә тарбаҡлы, бейеклеге 60—150 см тиклем, төбөндә йәйелеүсән ер аҫты үренделәре була. Япраҡтары ябай ҡауырһын рәүешле, йомро йөрәк формаһындағы өлөштәр бар, киңъяпраҡ Ш.т. һыуға батҡан аҫҡы япраҡтары бер нисә ҡауырһынлы. Сатырҙарының нәҙек осло урамалары һәм ваҡ урамалары була. Таж япраҡтары аҡ төҫтә, тамырсыҡтары күп, киң кире йомортҡа кеүек, киң уйымлы. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — ян‑яҡтан ҡыҫылған оҙонса һалынҡы емешлек, июль—сент. өлгөрә. Дымлы болондарҙа, һыу ятҡылығы ярҙарында, һаҙлыҡтарҙа үҫә, респ. бөтә терр‑яһында тиерлек осрай. Составында флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Киңъяпраҡ Ш.т. — ағыулы үҫемлек, баллы үҫемлек. Татлы Ш.т. ашарға яраҡлы.

Ф.К.Мортазина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019